+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Декабрь 2016, 17:59

Хәүефһеҙлек юлдағыларҙың барыһына ла кәрәк

Башҡортостан Республикаһы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса идаралығының баш дәүләт инспекторы, полковник Д. З. Ғилметдинов Урал аръяғы матбуғат саралары һәм көньяҡ-көнсығыш райондарҙың ЮХХДИ

Мөһим сараға 11 район журналистары килде, сөнки Динар Заһит улы һәр ваҡыт матбуғат өсөн асыҡ, ул интернетта әүҙем эшмәкәрлек алып бара — үҙенең блогы, социаль селтәрҙәрҙә бите бар. Бында республика юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығының эше менән танышырға, яңылыҡтарҙы белергә, баш инспекторҙың үҙенә шәхси һорау менән мөрәжәғәт итергә лә мөмкин.

— Башҡортостан юлдар оҙонлоғо буйынса Рәсәйҙә икенсе урында килә, — тип һүҙ башланы Д. Ғилметдинов. — Шуға күрә беҙҙең хеҙмәткә тәүлек әйләнәһенә уяу булырға, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн туҡтамай эшләргә тура килә. Аварияларҙа һәләк булған кешеләр һаны кәмеүе күҙәтелһә лә, иҫерек водителдәр менән бәйле хәл ҡыуанырлыҡ түгел. Ағымдағы йылда ғына «права»нан мәхрүм ителгән килеш, икенсе тапҡыр рулгә иҫерек ултырған 4 мең (!) кешегә ҡарата енәйәт эше асылды.

«Юлдағы хәүефһеҙлек ЮХХДИ инспекторҙарына ғына түгел, ошо юлдан йөрөгән барыһына ла — водителдәргә лә, йәйәүлеләргә лә, өлкәндәргә лә, бәләкәстәргә лә кәрәк», — тип баш инспектор төрлө үҙенсәлекле хәлдәрҙән миҫал килтереп үтте. Мәҫәлән, бер водителдең тиҙлекте арттырып ҡаршы һыҙатҡа сығыуы арҡаһында машиналар бәрелешеү кеүек ҙур фажиғә булды, ти. Ваҡиға урынында бик ҡурҡыныс күренештәргә шаһит булырға тура килә: ҡайһы ваҡыт авария һөҙөмтәһендә пассажирҙарҙың тәне урталайға өҙөлөп китә, ҡул-аяҡтар һына. Быны барыһы ла күрә, фото-, видеофиксация эшләнә. Әммә, бер аҙ ваҡыт үткәс, суд барышында, яуаплылыҡҡа тарттырылған водитель һәләк булған кешеләрҙе ғәйепләп маташа! Кешенең шул тиклем әҙәпһеҙ, холоҡһоҙ булыуы аптырата.

Тағы бер миҫал итеп Динар Заһит улы, профилактика рәүешендә балалар баҡсаһында уҙғарылған осрашыу хаҡында һөйләне. 3 – 4 йәшлек малай-ҡыҙҙарға һорау бирелә: «Машинағыҙ бармы?» Төркөмдә 30 бала икән, шуларҙың бөтәһе тиерлек ыңғай яуап бирә.

Киләһе һорау: «Ә һине атайың махсус креслоға ултыртып йөрөтәме?» 15 бала ғына: «Эйе», — ти. Күреүегеҙсә, ҡалған 15-е ҡасып-боҫоп, балаһының ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып юлға сыға. Эскерһеҙ балаларҙың күбеһе шулай уҡ: «Атайың рулгә иҫерек килеш ултырғаны бармы?» тигән һорауға ла ыңғай яуаплай.

— Ошонан һуң юлдағы фажиғәлә кемде ғәйепләргә? — ти Динар Заһит улы. — Балалар ҡатнашлығында булған аварияларҙың 70 процентында улар пассажир рәүешендә, ата-әсәһенең битарафлығы арҡаһында зыян күрә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк тә була…

Шуға күрә профилактика өйҙә үк башланһын. Һеҙ юлда үҙегеҙҙе нисек тотаһығыҙ, ҡағиҙәләрҙе үтәйһегеҙ — балалар ҙа шуға ҡарап өйрәнә, аңына һеңдерә. «Балам, креслоға ултыр, ҡайышыңды эләктер, юғиһә «гаишниктар» штраф һалыр», — тип түгел, ә «Креслоға ултырырға кәрәк, миңә һинең иҫән-һау булыуың мөһим», — тип аңлатыу мотлаҡ.

Юлдарҙың торошона ла иғтибар йүнәлтте баш автоинспектор. «Сит илдә, мәҫәлән, аварияла кешеләр зыян күрә икән, был ваҡиғаның төбөнә төшөп тикшерәләр — водитель ниндәй автомәктәпте тамамлаған, кем уға «права» биргән, машинаны ҡайҙан алған һәм авария булған урында юлды кем һалған», — тип һөйләне ул. Йәғни, әгәр юл-транспорт ваҡиғаһы юлдың насар торошо арҡаһында килеп сыҡҡан икән, юл төҙөүсе ойошма тулы кимәлдә яуап тоторға бурыслы.

Әлбиттә, ришүәтселек темаһын да урап үтмәне Д. Ғилметдинов. «Юлда ришүәт алыу менән шөғөлләнгән инспекторҙар менән оҙаҡ һөйләшеп тормайбыҙ, — тине ул. — Әгәр һин хәүефһеҙлекте түгел, ә үҙ кеҫәңде ҡайғыртаһың икән, беҙҙең структурала бындай хеҙмәткәргә урын юҡ».

ЮХХДИ идаралығының пресс-секретары С. Р. Әсәнова ла был осрашыуҙа ҡатнашты һәм Динар Заһит улынан Ханты-Мансы округында автобус ҡатнашлығында булған һәләкәткә айырыуса туҡталыуын һораны.

— 12 кеше һәләк булды, шуларҙың унауһы — балалар, — тине Д. Ғилметдинов. — Автобустың да, уға бәрелгән йөк машинаһының да водителдәре Башҡортостандан булыуы беҙҙе һис биҙәмәй. Тимәк, ҡасандыр уларға тейешле иғтибар йүнәлтелмәгән, тикшерелмәгән. Ә инде балаларҙы ташыу темаһына килгәндә, автобус маршруттарын ЮХХДИ менән берлектә билдәләү мотлаҡ. Әгәр үткәреләсәк сара, ярыш тураһында законға ярашлы 10 көн алдан иҫкәртә алмайһығыҙ икән, 2-3 көн эсендә лә мөмкин. ЮХХДИ начальниктары тейешле ҡағыҙҙарҙы ҡарап, рөхсәт итергәме юҡмы икәнлеген хәл итергә тейеш. Автобус хәүефһеҙлек ҡайыштары, тахограф менән йыһазландырылған булһын. Әгәр транспорт сараһы хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәй икән, юлға бөтөнләй сыҡмау хәйерле.

Артабан баш автоинспектор журналистарҙың бихисап һорауҙарына ентекле яуап бирҙе, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге темаһын яҡтыртыу буйынса әүҙем эшләгән ҡәләм оҫталарын бүләкләне.

— Алда Яңы йыл байрамдары, оҙайлы каникулдар көтә, беҙҙең халыҡ был осорҙо бигерәк «ярата», — тине ул һүҙен йомғаҡлап. — Эсәһегеҙ икән, зинһар, рулгә ултырмағыҙ. Яҡындарығыҙҙың, айырыуса балаларығыҙҙың һаулығы һәм ғүмере менән шаярмағыҙ. Юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәйһегеҙ, бер-берегеҙҙе хөрмәт итәһегеҙ икән, фажиғәләр ҙә булмаясаҡ, юл-патруль хеҙмәте лә һеҙҙе борсомаясаҡ.

Читайте нас: