-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Март 2018, 13:40

Янғынға ҡаршы — күмәк көс менән

Йыл башынан республикала 791 янғын теркәлһә, районда 13 янғын сыҡты. Ут сығыу сәбәбе — янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү, вайымһыҙлыҡ күрһәтеү. Күптәр, бигерәк тә ололар көнкүреш техникаһын һүндерергә онота.

Йыл башынан республикала 791 янғын теркәлһә, районда 13 янғын сыҡты. Ут сығыу сәбәбе — янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү, вайымһыҙлыҡ күрһәтеү. Күптәр, бигерәк тә ололар көнкүреш техникаһын һүндерергә онота. Ҡышҡы осорҙа электр системаһына көсөргәнеш төшөү, йылытҡыстар ҡулланыу арҡаһында ут сыға. Мейестәрҙең дөрөҫ сығарылмауы, иҫке электр үткәргестәр, электр ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәмәү янғын сығыуға килтерә. Ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу арҡаһында һәләк булыусыларҙың эске менән мауығыу-ҙары билдәле.

Муниципаль район хакимиәте «Янғындарға ҡаршы бергәләп!» республика мәғлүмәт-киҫәтеү акцияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тағы бер тапҡыр иҫкәртеү, халыҡҡа ошо хаҡта күберәк мәғлүмәт еткереү өсөн ҡарар ҡабул итте.

Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бүлеге ошо ҡарарға ярашлы, халыҡҡа тағы бер тапҡыр янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеген иҫкәртә:

Электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш тыуҙырмағыҙ, бер юлы бер нисә ҡеүәтле көнкүреш техникаһын эшләтмәгеҙ.

Йылытҡыстарҙы ҡорған, йыһазға яҡын ҡуймағыҙ, өҫтөндә кейемдәр киптермәгеҙ.

Йортоғоҙҙа электр селтәрен даими тикшереп тороғоҙ. Нимәлер эштән сыҡһа, ярҙам артынан квалификациялы белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ.

Газ мейестәрен йортто йылытыу өсөн файҙаланмағыҙ, бының фажиғә менән тамамланыуы ихтимал.

Өйҙө мейес менән йылытһағыҙ, уның төҙөклөгөн, төтөн сығарыу юлдарын тикшереп торорға, ҡоромдан таҙартырға, ярыҡтарын һыларға кәрәк. Хәүефһеҙлек өсөн мейес ауыҙы алдына тимер түшәү мотлаҡ. Эргәһендә тиҙ яныусы материалдан эшләнгән йыһаз булырға тейеш түгел. Кер киптерергә ярамай.

Йорттарға ут сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуйыу мөһим. Ул төтөн еҫенә көслө тауыш бирә һәм янғынды тиҙ арала һүндерергә мөмкин. Ҡорамалдарҙың файҙаһы ҙур: Өфө, Нефтекамск ҡалалары, Әбйә-лил һәм Мәләүез райондарында уның ярҙамында 12 баланы ҡотҡарып ҡалғандар.

Ут сығыу осрағында «112» һандары буйынса хәбәр итегеҙ. Шылтыратыу бушлай.

Янғындарҙы булдырмау өсөн күмәкләп тырышырға кәрәк. Йортоғоҙҙоң һәм яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеге ябай ҡағиҙәләрҙе үтәүгә ҡайтып ҡалыуын онотмағыҙ.

Р. МӨХӘМӘТДИНОВ,

граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бүлектең баш белгесе.
Читайте нас: