-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Апрель 2018, 11:24

Янамаһын яҙғы ташҡын

Ҡыш көнө ҡар әҙ яуһа ла, яҙғы миҙгелдә көндәрҙең ҡапыл йылыныуы йылға буйҙарына яҡын урынлашҡан ауылдарҙа һыу баҫыу ҡурҡынысы менән янай.

Ҡыш көнө ҡар әҙ яуһа ла, яҙғы миҙгелдә көндәрҙең ҡапыл йылыныуы йылға буйҙарына яҡын урынлашҡан ауылдарҙа һыу баҫыу ҡурҡынысы менән янай. Быйыл ерҙең, тупраҡтың тәрәнгә тиклем туңыуы хәлде тағы ҡатмарлаштыра. Ирегән һыуҙар туң тупраҡҡа һеңә алмай, уның өҫтөнән ағыу сәбәпле, һыу ташыу ихтималлығы арта.

Алдан билдәләнгән иң насар прогноздарға ярашлы, быйыл районда 37 ауыл ташҡынға дусар булыуы мөмкин. Уларҙан тыш торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарының, юлдар һәм күперҙәрҙең зыян күреүе лә көтөлә.

Алдағы йылдарҙан күренеүенсә, йылғалар ғәҙәттә апрелдең тәүге ун көнлөгөндә асыла. Һыу күтәрелеү ваҡыты 40 – 50 көн тәшкил итә. Район биләмәһендә 138 ҙур һәм бәләкәй йылға, 37 күл һәм һыуһаҡлағыс бар. Йыл һайын Оло һәм Кесе Ҡыҙыл, Йәнгел йылғалары, Дарыулы йылғаһындағы, Сыбаркүл күлендәге, Таңатар быуаһындағы гидротехник ҡоролмалар хәүеф тыуҙыра.

Муниципаль район хакимиәте тарафынан яҙғы ташҡынға әҙерлек буйынса махсус саралар планы раҫланды, ҡарар ҡабул ителде, ташҡынға ҡаршы комиссия ойошторолдо. Айырыуса хәүефле участкаларға тәғәйенләнгән кешеләр уларҙы даими күҙәтеү аҫтында тотасаҡ һәм граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бүлеккә хәбәр итәсәк. Шулай уҡ ауыл биләмәләрендә тығындар барлыҡҡа килгән урындарҙы ҡар һәм боҙҙан таҙартыу саралары күрелергә тейеш.

Һыу ташыу осрағында шылтыратыу өсөн берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең номерын онотмағыҙ — 112.

Ташҡын биләмәһендә ҡалыусыларға тағы бер нисә файҙалы кәңәш:

- һыу ҡапыл артҡан осраҡта тиҙ арала кәрәкле әйберҙәрҙе йыйып, эвакуацияға әҙерләнегеҙ;

- паникаға бирелмәгеҙ, тыныслыҡ һаҡлағыҙ;

- үҙегеҙ менән документтар, дарыуҙар һәм йылы кейем алырға кәрәк;

- йортоғоҙға һыу инһә, ҡыйыҡ эсенә, икенсе ҡатҡа йәки өйҙән ситтәге ҡалҡыу урынға күтәрелеп ҡалырға тырышығыҙ;

- ҡотҡарыусыларға сигнал биреү өсөн фонарик йәки сағыу төҫтәге туҡыма ла кәрәк буласаҡ;

- өйҙәге электр һәм газ ҡорамалдарын һүндерегеҙ, тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе ныҡлап бикләгеҙ.

Әгәр ҙә, ҡотҡарыусылар һеҙгә ваҡытында ярҙамға килеп өлгөрмәй, һыу ағымына эләгергә тура килһә мотлаҡ һыу өҫтөндә ҡалырға кәрәк;

- көсөгөҙҙө яҡындағы ярға, төҙөлөш ҡоролмаһына барып етеүгә генә исраф итегеҙ;

- һыу өйөрөлтмәктәренә яҡын йөҙмәгеҙ;

- әгәр йөҙөүе ауырлашһа аяҡ кейемен сисергә мөмкин;

- ташҡын һеҙҙе машинала булғанда ҡыуып етһә, кабинанан тиҙ арала сығыу мотлаҡ, сөнки көслө ағым транспорт сараһын түңкәреүе, кешеләрҙе тонсоҡтороуы ихтимал.

Бәлә-ҡазалар урап үтһен.

Р. МӨХӘМӘТДИНОВ,

граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес.
Читайте нас: