+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Апрель 2018, 11:59

Тәбиғәт ғәрәсәттәре урап үтһен

Район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Унда янғын һүндереү часы, берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте, юл ремонт-төҙөлөш идаралығы, хәрби комиссариат, ЗУЭМВС һәм башҡа ойошмалар вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

Район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Унда янғын һүндереү часы, берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте, юл ремонт-төҙөлөш идаралығы, хәрби комиссариат, ЗУЭМВС һәм башҡа ойошмалар вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

— Көн тәртибендә өс мәсьәлә — сауҙа үҙәктәре, ҙур магазиндарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, яҙғы ташҡынға әҙерлек һәм янғындан зыян күргән ғаиләгә матди ярҙам күрһәтеү ҡарала, — тине кәңәшмәне алып барыусы район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Р. З. Мөхәмәтдинов.

Тәүге һорау буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге начальнигы урынбаҫары, подполковник Ф. М. Абдуллин сығыш яһап, Кемерово ҡалаһында 64 кешенең ғүмерен өҙгән фажиғәнән һуң, Башҡортостан прокуратураһы күрһәтмәһе буйынса район биләмәһендә урынлашҡан ике һәм унан күберәк ҡатлы биналар тикшерелеүе, уларҙа асыҡланған етешһеҙлектәр тураһында һөйләп үтте. «Асҡарҙа ҙур объекттарҙан элекке универмаг һәм супермаркеттар тикшерелде, — тине Фәрхәт Марат улы. — Талаптарға ярашлы, бөтә йәмәғәт урындарында ла төҙөк янғын сигнализацияһы булырға тейеш, эвакуация юлдарына бер нәмә лә ҡамасауламау шарт. Универмагта, мәҫәлән, запас сығыу юлы тулыһынса төрлө йәшниктәр, ҡумталар менән көпләнгән. Янғын осрағында кешеләр унан бер нисек тә сыға алмаясаҡ. Миҫал итеп, район хакимиәтенең ултырыштар залын алғанда ла, икенсе сығыу юлын артыҡ ултырғыстар көпләй һәм ул бикле тора. Эвакуа-ция юлдары бикләнергә тейеш түгел».

Хәүефһеҙлек саралары тураһында ентекле аңлатма биргәндән һуң, Ф. М. Абдуллин етешһеҙлектәр буйынса күрһәтмәләр ебәрелеүе хаҡында әйтте һәм төҙөлөш башлағанда уҡ янғын хеҙмәте менән кәңәшләшеп, ирекле сығыу юлдары, сигнализация булдырыуҙы хәстәрләргә кәңәш итте.

Икенсе мәсьәлә буйынса сығыш яһаусы Р. З. Мөхәмәтдинов һыу ятҡылыҡтарында бәлә-ҡазаны иҫкәртеү маҡсатында боҙ өҫтөндә балыҡ тотоуҙы туҡтатырға, бәлиғ булмағандарҙы йылға-күлдәр буйҙарына ебәрмәҫкә кәрәк, тип, районда яҙғы ташҡынға әҙерлек барышы тураһында һөйләне, яуаплы хеҙмәттәрҙе билдәләне.

Артабан комиссия ағзалары Буранғол ауылында янғындан зыян күргән ғаиләгә матди ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Һүрәттә: Ишҡол ауылы. 2013 йыл.
Читайте нас: