+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Апрель 2018, 11:17

Ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙербеҙме?

Тәбиғәт ғәрәсәттәре, төрлө хәүеф-хәтәр бер кемде лә аямай. Әлдән-әле сығып торған янғындар, ҡатлы йорттарҙа газ шартлауҙар, һыу аҫтында ҡалған ауылдар һәр кемдән уяулыҡ, әҙерлек талап итә.

Тәбиғәт ғәрәсәттәре, төрлө хәүеф-хәтәр бер кемде лә аямай. Әлдән-әле сығып торған янғындар, ҡатлы йорттарҙа газ шартлауҙар, һыу аҫтында ҡалған ауылдар һәр кемдән уяулыҡ, әҙерлек талап итә. Кемерово ҡалаһының «Ҡышҡы сейә» күңел асыу үҙәгендә фажиғә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Тиҫтәләрсә кешеләрҙең, балаларҙың ғүмерҙәрен өҙгән афәт бөтә ил халҡын тетрәндерҙе. Әлбиттә, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарамаған ғәйеплеләр асыҡланыр, вайымһыҙҙар язаһын алыр, тик үлгәндәрҙе ҡайтарып булмай. Был аяныслы хәл ҡотҡарыу хеҙмәттәренең әҙер булмауын асыҡ күрһәтте.

Районды ла ғәҙәттән тыш хәлдәр урап үтмәй. 2013 йылдың август айындағы ташҡынын оноторлоҡ түгел. Ул мәлдә ҡотҡарыу хеҙмәттәренең, етәкселәрҙең дөрөҫ, ойошҡан рәүештә эш итеүе арҡаһында ҡорбандар булманы. Шөкөр, унан һуң ташҡын булғаны юҡ. Әммә быйыл, ҡарҙың ҡапыл иреүе арҡаһында ауылдарҙы һыу баҫыу ҡурҡынысы бар.

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан төбәк хеҙмәтенең Әбйәлил районы звеноһы йыл һайын әҙерлекте тикшереү буйынса смотр уҙғарып тора. Район звеноһына йәлеп ителгән төрлө хеҙмәттәрҙән, бөтәһе 109 кеше һәм 28 берәмек техника ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағына әҙер булыуҙары тикшерелде. Асҡарҙың төп майҙанына махсус техника, ҡотҡарыу эштәре өсөн кәрәкле ҡорамалдар ҡуйылды. Ҡотҡарыусылар тигеҙ сафҡа теҙелгәс, райондың ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия рәйесе Ф. Р. Махийәнов район хакимиәте башлығы Р. Һ. Сыңғыҙовҡа звеноның смотрға әҙерлеген белдерҙе. Рим Һатыбал улы ҡотҡарыу хеҙмәттәренең ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеген тикшереү беҙҙең районда ғына түгел, бөтә республика буйынса уҙыуын билдәләне һәм Әбйәлил районы звеноһы әлегә һынатмауын, 2105 йылда уҙғарылған команда-штаб күнекмәләрендә юғары баһа алыуын әйтте.

Р. Һ. Сыңғыҙов, Ф. Р. Махийәнов, граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес Р. З. Мөхәмәтдинов, берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте начальнигы В. Г. Баталовтан торған комиссия ҡотҡарыу хеҙмәттәренең әҙерлеген тикшерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, халыҡты иҫкәртеү һәм бәйләнеш булдырыу, медицина ярҙамы күрһәтеү, инженер, газ, энергия менән тәьмин итеү, янғын һүндереү, автомобиль юлдарын, үҫемлектәр һәм хайуандар, урмандар, йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса хеҙмәттәр комиссия алдында отчет тотто.

Смотрҙан һуң хакимиәттең ултырыштар залында кәңәшмә уҙҙы, унда ҡотҡарыу хеҙмәттәре етәкселәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ағзалары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Тәбиғәт һәм техноген характерҙағы ғәрәсәттәргә әҙер булыуҙы тикшереү маҡсатында райондың ҡотҡарыу хеҙмәттәре менән штаб күнекмәһе ойошторолдо. Йәнәһе, берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенән көндөң ҡапыл йылытыуы, ямғыр яуыуы арҡаһында йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелеү ихтималлығы хаҡында белдереү килде. Имеш, юлда томан, юл-транспорт ваҡиғалары булыу ихтималлығы ҙур. Ашығыс рәүештә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ағзалары йыйылды, уларҙың тәҡдимдәре тыңланылды һәм юғары әҙерлек режимына күсеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Күнекмә буйынса артабан Ҡыҙыл йылғаһында һыу күтәрелеү арҡаһында Әбдрәш ауылының өс урамын һыу баҫыуы, кешеләр зыян күреүе, һарыҡтар, ҡош-ҡорт үлеүе, Байымда бер урамды һыу баҫа башлауы хаҡында билдәле булды. Район хакимиәтендә оператив штаб булдырыу, ташҡын урынына оператив төркөмдәр ебәреү, ауыл биләмәләре башлыҡтарына кешеләрҙе эвакуациялау һәм мөлкәтте һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Комиссия рәйесе хеҙмәттәр етәкселәрен тыңлағандан һуң район хакимиәте башлығына ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү кәрәклеге хаҡында мөрәжәғәт итте. Был осраҡта нимә эшләргә тейеш булыуҙары тураһында ҡотҡарыу хеҙмәттәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары отчет тотто. Тик урындарҙа ғәҙәттән тыш хәл тыуыу осрағына хакимиәт башлыҡтарының етди әҙерләнмәүе, күп һорауҙарға аныҡ ҡына яуап бирмәүе аптыратты, күптәр хатта ташҡын була ҡалһа, ниндәй саралар күрергә кәрәклеген аңлата алманы. «Һаҡланғанды, Хоҙай һаҡлармын» тигән, шулай булғас, ғәрәсәт беҙҙе урап үтер тип ултырмаҫҡа, ә киҫкен хәлдәргә әҙер булырға кәрәк. Тирә-яҡ райондарҙа йылғаларҙың ташыуы, ауылдарҙы һыу баҫыуы быға асыҡ миҫал.

Читайте нас: