+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Сентябрь 2018, 10:35

Төп талап — хәүефһеҙлек

Район хакимиәтендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса комиссия ултырышы уҙҙы. Уны район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов үткәрҙе.

Район хакимиәтендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса комиссия ултырышы уҙҙы. Уны район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов үткәрҙе.

Юлда йөрөгән мал арҡаһында килеп сыҡҡан авариялар — беҙҙең райондың төп бәләһе. Яҙ, йәй, көҙ айҙарында юл-транспорт ваҡиғаларының байтағына ҡарауһыҙ йөрөгән йылҡы, һыйыр сәбәпсе. ЮХХДИ-ның юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекторы Рөстәм Әхмәтов йыл башынан бөтәһе 215 авария теркәлеүен, уларҙа 3 кешенең һәләк булыуын, 39 кешенең, шул иҫәптән 7 баланың йәрәхәтләнеүен белдерҙе. Машиналарҙың малға төкөлөүе арҡаһында 4 кешенең сәләмәтлегенә зыян килгән, уларҙың икәүһе — балалар. Малдар ҡатнашлығында 18 авария теркәлгән, айырыуса июль айынан бындай юл фажиғәләре кинәт артҡан. Бындай авариялар бигерәк тә Асҡар, Дәүләт, Гусев, Таштимер биләмәләрендә йыш була. 18 осраҡтың берәүһендә генә мал хужаһы табылған. Ҡалғандары буйынса малдарҙың эйәләре асыҡланмаған. Авариялар күбеһенсә ҡа-раңғы мәлдә, бигерәк тә киске сәғәт 8-10 араһында теркәлә. Иҙәш Ҡусҡары эргәһендә бер юлы дүрт атты төкөткән осраҡ та тап ошо мәлдә булған.

Ф. Махийәнов Дәүләт, Ҡушый, Салауат, Ҡужан, Иҙәш Ҡусҡары ауылдарында көтөү ойошторолмауы был күңелһеҙ статистикаға үҙенең өлөшөн индереүен билдәләне. Киләһе йылдан ауыл биләмәләрендә был мәсьәләгә ныҡлы иғтибар биреүҙәрен талап итәсәктәрен әйтте.

Ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ғ. И. Шөғүров крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында был эштә тәртип булыуын, ә бына шәхси секторҙа көтөү ойоштороуға илке-һалҡы ҡарауҙарын билдәләне. Яҙғыһын йылҡы тотоусылар менән йыйылыш үткәреп, ошо хаҡта һөйләшеү уҙғарһалар ҙа, әллә ни һөҙөмтә булмаған. Йылдан-йыл аттар һаны арта, әле 10 мең баш иҫәпләнә. Ғилметдин Иғдисам улы 4 тоҡомсолоҡ хужалығында чип ҡуйыу эше башланасағын белдерҙе. Ауылдарҙа һыйыр малына бирка тағыу бара.

— Чип ҡуйыу — заман талабы. Артыҡ ҡыйбатҡа төшмәй, бының менән етди шөғөлләнергә кәрәк, — тине Фуат Рәфҡәт улы. — Чип буйынса ҡарауһыҙ йөрөгән малды асыҡлау анһат буласаҡ, ул саҡта хужалары яуаплылыҡтан ҡаса алмаясаҡ. Аварияға сәбәпсе мал эйәләренә техник сараға килгән зыянды ҡаплар-ға тура киләсәк.

Ултырышта белем биреү учреждениелары янындағы юлдарҙың хәүефһеҙлеге, йәйәүлеләр өсөн һыҙат булыу-булмауы, мәктәптәр тирәһе яҡтыртылыу мәсьәләләре тикшерелде. Белем усаҡтары янында булырға тейешле юл билдәләре таратылған, уларҙы 1 октябргә тиклем ҡуйып бөтөргә кәрәк. Ф. Р. Махийәнов яҡтыртылмай ҡалған бер нисә мәктәп менән балалар баҡсаһы янына, район үҙәгенең физкультура-һауыҡтырыу комплексы янына лампалар ҡуйыуҙы контролгә алырға ҡушты.

Ҡышҡы осорға әҙерлек маҡсатында ауыл биләмәләре хакимиәттәренә торама пункттар эсендәге юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса алдан хәстәрлек күреү, был хаҡтағы килешеүҙәрҙе төҙөп ҡуйыу кәрәклеге тураһында ла әйтелде.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: