+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Сентябрь 2018, 10:22

Иғтибар: юлда балалар!

ЮХХДИ-ның пропаганда бүлеге инициативаһы менән район үҙәгенең транспорт хәрәкәте иң көслө урындарының береһе булған 1-се Асҡар урта мәктәбе һәм район мәҙәниәт йорто араһында юл аша сығырға йыйыныусы уҡыусы малай макеты ҡуйылды.

ЮХХДИ-ның пропаганда бүлеге инициативаһы менән район үҙәгенең транспорт хәрәкәте иң көслө урындарының береһе булған 1-се Асҡар урта мәктәбе һәм район мәҙәниәт йорто араһында юл аша сығырға йыйыныусы уҡыусы малай макеты ҡуйылды.

Ленин урамындағы ошо урын иң хәүефле участкаларҙың береһе. Юлға йәйәүлеләр һыҙаты һалынып, был турала иҫкәртеүсе билдәләр ҡуйылһа ла, хатта тиҙлекте сикләүсе билдәләр булһа ла, бәғзе водителдәр уларҙы тулыһынса инҡар итеп, елдереүен белә, аҡ-ҡараны күрмәй, ҡайҙалыр ашыға. Юлдағы һәләкәттәр тураһында һөйләп тораһы түгел. Көн дә интернет селтәре, телевизор аша ҡурҡыныс юл-транспорт фажиғәләренә шаһит булып торабыҙ. Бигерәк тә бер ғәйепһеҙ икенсе кешеләрҙең ҡорбан булыуы, йәрәхәтләнеүе, ғүмерлеккә ғәрип булып ҡалыуы аяныслы. Ғәйеплеләр, иҫән ҡалһа, тейешле язаһын да ала, әммә бының менән генә ваҡытһыҙ өҙөлгән ғүмерҙәрҙе кире ялғап, уңалмаҫ яраларҙы төҙәтеп булмай шул...

Бала макеты Асҡарҙа эксперимент рәүешендә бер урында ҡуйылды. Был ерҙә, айырыуса уҡыу йылы осоронда, иртәле-кисле һәм төшкөһөн балалар ағымы көслө. Меңдән ашыу уҡыусы белем алған 1-се Асҡар мәктәбенән тыш, «Сулпылар», «Ҡайынҡай» балалар баҡсаларына йөрөүсе кескәйҙәрҙен дә ата-әсәләре ошонан илтә. Сөнки юл ашаһында ғына машиналар туҡталҡаһы.

Асфальтҡа ныҡ итеп беркетелгән тимер һын әгәр вандалдар һөжүменә ҡаршы тора алһа (уның мөһимлеген, кемдеңдер ғүмерен һаҡлап алып ҡаласағын аңлап, бәлки, теймәҫтәр, емермәҫтәр тип ышанғы килә), макеттар район үҙәгендә башҡа көйләнмәгән юл саттарындағы йәйәүлеләр һыҙаттарына, гимназия, «Тирмәкәй», «Миләш» балалар баҡсалары тәңгәлендә урынлаштырыласаҡ, тип белдерә ЮХХДИ инспекторҙары.

Макетты урынлаштырған мәлдә үк ул бихисап йәйәүле һәм водителдәрҙең ҡыҙыҡһыныуын йәлеп итте. Асҡар ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары Тәлғәт Вәлиев ошондай уҡ юл аша сығырға йыйынған бала һындарын өс йыл элек Ырымбур өлкәһендә күреп ҡайтҡан, уларҙы транспорт хәрәкәте көндән-көн көсәйгән Асҡарҙа ла ҡуйыу көнүҙәк, тип иҫәпләй. Пенсионер Ғәни Насиров иһә 2014 йылда Белгород, Курск өлкәләрендә булған, ул яҡта хатта торама пункттарға ингән урында таяҡ тотҡан гаишник макеттары ла әллә ҡайҙан күренеп, ҡараңғы ваҡытта ла яҡтырып, иғтибарҙы йәлеп итеп тороуы, ә ҡала эсендә йәйәүлеләр макеттары ҡуйылыуы тураһында һөйләп китте.

Тәжрибә район үҙәгендә лә ыңғай һөҙөмтә бирер, моғайын. Сөнки елеп килгән машиналар бала һынын күреп, тиҙлектәрен кәметә башланы...

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: