-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Октябрь 2018, 12:30

Янғын һағында ышаныслы эшләйҙәр

Республика көнөнә тағы бер шәп бүләкте — өр-яңы «Урал» машинаһын Күсем руднигындағы янғын һүндереү часы алды.

Республика көнөнә тағы бер шәп бүләкте — өр-яңы «Урал» машинаһын Күсем руднигындағы янғын һүндереү часы алды.

61-се янғын һүндереү часы составында эшләп килгән был пост төрлө йылдарҙа әллә күпме үҙгәреш кисереп, хатта ябылыуға тиклем барып еткәйне. Ниһайәт, курорт төбәге өсөн уғата кәрәкле хеҙмәтте Республика Хөкүмәте үҙ ҡарамағына алды һәм БР Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте составына индереп, үҙ аллы янғын һүндереү часы итеп асты. Бөтәһе 15 штат бүленде, улар дүрт ҡарауылға тәғәйенләнеп, эш башланы. Ут сығыу хәбәре булғас та, барып етеү һәм ваҡиға урынында нәтижәле эшләү өсөн 2013 йылда махсус баҫҡысы булған КамАЗ машинаһы бирелде. 2014 йылда инде юл-транспорт фажиғәләренә тарыусыларға ярҙам итеү, башҡа төрлө ашығыс ярҙам күрһәтеү, ҙур булмаған янғын осраҡтарына сығыу өсөн Газель автомашинаһы ла ҡайтарылды.

Бөгөн частә 21 ир-егет эшләй. Улар курорт төбәгенә ингән бөтә объекттарҙа, шулай уҡ Байым, Ташбулат һәм Таштимер ауыл биләмәләренең бер нисә ауылында янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы. Айырыуса йәйге ял осоронда — күл буйҙарына ял итеүселәр күпләп ағылған миҙгелдә — ут сығыу хәүефе ҙур. Асҡарҙағы һәм Белореттағы янғын һүндереүселәргә ашығыс ярҙам күрһәтеүгә ара алыҫлығы ҡамасаулаһа, Күсем руднигындағы часть хеҙмәткәрҙәре үҙ биләмәһендә ҡурҡыныс хәлдәрҙе иҫкәртеү өҫтөндә маҡсатлы эшләй. «Быйыл төбәктә өс янғын теркәлһә, шуларҙың иң ҙуры булып Зеленая Поляна ауылында күп фатирлы коттежда ут сығыуы тора. Часть хеҙмәткәрҙәре бер нисә минут эсендә ваҡиға урынына килеп етеп, үҙҙәренең һөнәри бурыстарын урын-еренә еткереп үтәһә лә, бындағы ҡоролмаларҙың янғын хәүефһеҙлеге талаптарына бөтөнләй яуап бирмәүе арҡаһында фатирҙарға зыян килде», — тип һөйләй часть начальнигы Йәмил Шаһиев. Янғын һүндереүҙән тыш, Күсем руднигы часы хеҙмәткәрҙәре ҡотҡарыу эштәрен дә даими башҡара. Ни тиһәң дә, тау-саңғы үҙәгендә, эргәләге күлдәрҙә бәхетһеҙ осраҡтар сығып тора. Яҙғыһын, мәҫәлән, бер ҡарауыл, боҙ ярылыуы арҡаһында күл уртаһына уҡ ағып китеп, сыға алмай ҡалған балыҡсыларҙы ҡотҡарған.

Ә быйыл Күсем руднигындағы янғын һүндереүселәрҙең күптәнге хыялы тормошҡа ашты: 10 октябрҙә часть водителе Динар Шәғәлин республика бюджетынан бүленгән аҡсаға алынған өр-яңы «Урал» автомобиле базаһындағы автоцистернаны Өфөнән барып алып ҡайтты. Торлаҡ йортҡа, фатирҙарға ут тоҡанған осраҡта айырыуса кәрәкле был техникаға 6 тонна һыу һыя, тимәк, ялҡынды ҡыҫҡа ваҡыт эсендә туҡтатыу мөмкинлеге лә арта.

Ғөмүмән, ғәҙәттән тыш хәлдәргә һәм янғындарға ҡаршы әҙерлек Күсем руднигында юғары кимәлгә ҡуйылған. Частең үҙенең ихатаһында ҡеүәтле һыу гидранты бар — машиналар бөтәһе лә һәр ваҡыт һыу менән тулы ултыра, ут һүндереп ҡайтҡас та, яңынан тултырылып ҡуйыла. Бынан тыш газ һәм төтөндән һаҡлау баллондарын кислород менән тултырыуға махсуслашҡан пост та бар. Бөтә водителдәр ҙә янғын һүндереү машинаһы баҫҡысы менән эшләүгә рөхсәт алған (әле өс кеше курстар үтергә Өфө һәм Ҡазан ҡалаларына ебәрелгән). Янғын һүндереүселәр ҙә ГДЗС (газ һәм төтөндән һаҡланыу ҡоролмаһы) менән эш итеүгә уҡытылған. «Ике йыл һайын республика ҡаҙнаһынан форма, башҡа кәрәк-яраҡ яңыртылып тора, ҡытлыҡ кисермәйбеҙ», — ти Йәмил Йәноҙаҡ улы.

Тимәк, ҡарауыл начальниктары Азат Әхтәмов, Денис Шаһивәлиев, Руслан Шәрипов һәм Илгиз Әбделғазин етәксе-легендәге янғын һүндереүселәр артабан да халыҡ именлеге һағында тырышып эшләйәсәк, тигән ышаныс ҙур.

Резеда ХӘСӘНОВА.

Читайте нас: