Йәйге эҫе, оҙон көндәрҙә ҡышҡыллыҡҡа етерлек әҙерләйем тип тырышып-тырмашып эшләгән бесәндең бер көндә көлгә әйләнеүен күреүе үтә ҡыҙғаныс. Әммә йыл һайын районда ошо проблема киҫкен булып ҡала. Бесәнде ҡырҙан кәртәгә алып ҡайтҡас, ут сығыу хәүефе арта. Янғындарҙың сәбәбе нигеҙҙә ут менән һаҡ ҡыланмауға, бесән, һалам һаҡлау ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүгә ҡайтып ҡала.
Быйылғы көҙ биш ҙур янғын осрағы теркәлде. Әлмөхәмәттә, мәҫәлән, 12 тонна бесән янып бөттө, Рауилдә ут сығыу һөҙөмтәһендә 80 төргәк һәм 12 тонна бесән көл-күмергә әйләнде. Михайловкала ике ай эсендә ике янғын булып, кәбәндә һәм төргәктә булған бесән янды, Әбйәлил ауылындағы хужалыҡта ла йәй буйы йыйылған мал аҙығы юҡҡа сыҡты.
Бындай янғындарҙы һүндереү мәшәҡәтле, сөнки ялҡын күренмәй, эҫкерттең аҫтынан йә эсенән төтәп, оҙаҡ яна. Янған урын уйылып төшһә, унда ауып төшөү хәүефе арта. Бесәнде ихата буйлап таратып, яйлап һүндерергә генә ҡала.
Күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк:
- бесән, һалам тиҙ тоҡана икәнлеген онотмағыҙ. Кәртәлә сыҡҡан ут торлаҡты, йорт һәм мунсаны ла ялмап ала. Шуға күрә бесән эҫкерттәре өйҙән кәмендә 50 метр алыҫлыҡта булырға тейеш. Уның эргәһендә электр линиялары, трасса булмауы мөһим;
- бесән һаҡланған урында тәмәке тартыу ҡәтғи тыйыла;
- балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, башлыса уларҙың шырпы менән шаярыуы арҡаһында ут сыға;
- «ут төртәм» тип янаусыларҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, был хаҡта эске эштәр бүлегенә йәки үҙегеҙҙең участка инспекторына хәбәр итегеҙ.
Янғын осрағында 01, 010 йәки 101 телефондарына шылтыратығыҙ.
61-се янғын һүндереү часы начальнигы урынбаҫары.
Мәҡәлә гәзиткә баҫыуға әҙерләнгәндә Асҡарҙа тағы бер ҙур янғын осрағы теркәлде. Был юлы район үҙәгенең Шайморатов урамында урынлашҡан ағас эшкәртеү цехында (һүрәттә) ут сыҡты. Һөҙөмтәлә кирбес ҡоролма эстән тулыһынса янып бөттө, уның ҡыйығы емерелеп төштө. Матди зыян күләме 3 миллион һумдан ашыу, тип билдәләй белгестәр.