+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Декабрь 2018, 13:00

Балаларҙы юлда яңғыҙ йөрөтмәгеҙ

10 декабрь иртәнсәк, район үҙәгендә бәлиғ булмаған бала ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.

10 декабрь иртәнсәк, район үҙәгендә бәлиғ булмаған бала ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.

«Иртәнге сәғәт 8 тирәһендә ГАЗ-322132 автобусына идара итеүсе водитель Шайморатов урамында йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнмәгән урында юл аша сыҡҡан 7 йәшлек ҡыҙ баланы төкөтә, — тип хәбәр итте ЮХХДИ начальнигы Р. Х. Динисламов. — Был тәүлектең ҡараңғы ваҡыты була һәм беренсе класта ғына уҡыған бала ни өсөндөр мәктәпкә яңғыҙы китеп бара».

Авария һөҙөмтәһендә тән йәрәхәттәре алған йәйәүле үҙәк дауаханаға оҙатыла. Ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары көндәр үтә ҡыҫҡа торған, ҡараңғы иртә төшкән мәлдә балаларҙы юлда яңғыҙ йөрөтмәүегеҙҙе, уларҙың кейемдәренә, рюкзактарына яҡтылыҡты ҡайтарыусы символдар, медальондар ҡуйыуығыҙҙы һорай. Ә водителдәр тиҙлекте арттырмаһын, юл тайғаҡ булғанда бигерәк тә уяулыҡ һаҡлаһын ине.

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.


Читайте нас: