+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Декабрь 2018, 11:34

Өшөнөүҙән һаҡланығыҙ

Әлегә көндәр ныҡ һыуытмаһа ла дауаханаға өшөнөп килгән кешеләрҙең мөрәжәғәт итеүе йышайҙы.

Әлегә көндәр ныҡ һыуытмаһа ла дауаханаға өшөнөп килгән кешеләрҙең мөрәжәғәт итеүе йышайҙы.

Сөнки кеше көн һыуыҡ булғанда ғына түгел, ә дымлылыҡ юғары булғанда йәки әсе ел өргәндә лә өшөй. Күберәге кешеләр аяҡ-ҡул бармаҡтарын, танауҙарын, ҡолаҡтарын өшөтә. Ғәҙәттә ҡан әйләнеше боҙолғанда органдар тиҙ өшөүсән.

Ҡан әйләнешен насарайтыуға килтергән ҡыҫынҡы кейем, айырыуса аяҡ кейеме кейеү йәки мускулдарҙы оҙаҡ ваҡыт көсөргәнешле тотоу (мәҫәлән, рулде ҡыҫып тотоу һ.б.), спиртлы эсемлектәр ҡулланыу, ҡан тамырҙарының үткәреүсәнлеге боҙолоуға килтергән шәкәр диабеты, атеросклероз һәм башҡа ауырыуҙар, ҡанды юғалтыу, организмдың хәлһеҙлеге кешенең өшөнөүенә килтереүсе төп сәбәптәр.

Кеше үҙенең теге йәки был органдарының туңыуын тәүлек үтеүгә генә тойоуы аяныслы. Шуға күрә үҙегеҙгә ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Өшөнгәндә иң элек сикәләрҙә аҡ таптар барлыҡҡа килә. Шулай уҡ танау, ҡолаҡ ағара, тик уларҙы шунда уҡ күрмәҫкә лә мөмкин. Аяҡ-ҡул бармаҡтары туңһа, улар иҫ һиҙмәй. Өшөнгәндә ауыртыныу ҙа һиҙелмәй тиерлек. Һыуыҡтан йылыға ингәс кенә беленә башлай. Өшөгән урын бик оҙаҡ йүнәлә, урынында йөй ҡалыуы бар. Бармаҡтар ныҡ туңһа, уларҙы ҡырҡып алыу ихтималлығы ҙур.

Өшөнгән кешене иң элек йылы урынға индерергә кәрәк, уны әкренләп йылытыу тәҡдим ителә. Тәүге ярҙам булараҡ, өшөнгән кешене йылы ваннаға индерергә, һыуҙың температураһын 20-нән 40 градусҡа тиклем яйлап еткерергә кәрәк. Бынан һуң өшөнгән урынды инфекция инмәһен өсөн һабынлап йыуырға һәм йомшаҡ таҫтамал менән һөртөргә тәҡдим ителә.

Туңған тән ағзаларына өҫтәп зыян килтермәҫ өсөн уларҙы ҡар, йөн туҡыма менән ышҡыу тыйыла. Өшөнгән кешене йылы ваннаға индереү мөмкинлеге булмаһа, ҡан әйләнешен тергеҙеү өсөн өшөнгән урындарҙы спирт йәки йылы еүеш сепрәк менән ышҡырға, ундай мөмкинселектәр булмаһа, массаж яһарға мөмкин. Бармаҡтар туңғанда, уларҙы оҙайлы массажлау талап ителә. Был саҡта кеше ауыртыныу һиҙә башлаһа, тимәк, барыһы ла дөрөҫ эшләнә, тигән һүҙ. Шуға күрә өшөгән кешегә ауыртыуҙы баҫыусы дарыуҙар бирергә кәрәк. Шулай уҡ ҡайнар сәй, һөт, какао, аш эсерергә мөмкин.

Р. ДАУЫТОВА әҙерләне.

Читайте нас: