+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Декабрь 2018, 11:49

Ялдар имен үтһен

Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу арҡаһында фажиғәгә килтергән янғындар тураһында матбуғат баҫмалары иҫкәртеп торһа ла, был аҙна республикала аяныслы фажиғә менән башланды.

Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу арҡаһында фажиғәгә килтергән янғындар тураһында матбуғат баҫмалары иҫкәртеп торһа ла, был аҙна республикала аяныслы фажиғә менән башланды. Туймазы районында ут эсендә 4 һәм 2 йәшлек өс бала янып үлде. БР Тәфтиш комитеты белдереүенсә, сабыйҙарҙың әсәләре, уларҙы яңғыҙ ҡалдырып, кәйеф-сафа ҡорорға сығып киткән. Ут төнөн сығыуы арҡаһында, уны күршеләр һуңлап күреп ҡалған. Янғынды һүндергәс, йорт эсенән өс бәләкәй баланың йәнһеҙ кәүҙәһе генә табылған...

Муниципаль район хакимиәтенең ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм граждандар оборонаһы буйынса баш белгесе Р. Мөхәмәтдинов Яңы йыл, оҙайлы каникулдар осоронда йылытыу ҡорамалдарына, гирляндаларға, мейестәргә ныҡ иғтибарлы булырға, балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡыра һәм бер нисә хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен иҫегеҙгә төшөрә.

Электр гирляндаларын урмандан килтерелгән шыршы, ҡарағайға ҡуймауығыҙ хәйерле. Бәләкәй генә осҡон да төтәп, ялҡын сығарыуы бар.

Күмәк кеше йыйылған мәҙәни саралар үткәргән урындарҙа янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы белгес тәғәйенләү мотлаҡ.

Балалар ҡатнашлығындағы шыршы байрамдарында тәрбиәсе, уҡытыусыларҙың булыуы шарт. Улар янғынға ҡаршы инструктаж үткән булырға тейеш.

Яңы йыл шыршыһын тотороҡло итеп урынлаштырығыҙ, ул бинанан сығыу юлдарын япмаһын. Шыршы ботаҡтары стенаға тейеп тормаһын. Иллюминация уттарын хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә тура килтереп, тәжрибәле электриктар менән кәңәшләшеп элегеҙ. Өй эсендә петарда, хлопушка кеүек уйынсыҡтар шартлатыуға юл ҡуймағыҙ. Бенгаль уттарын да балалар ҡулына бирмәү кәңәш ителә.

Пиротехник сараларҙың яраҡлылыҡ ваҡытын, сертификатын тикшерергә онотмағыҙ.

Бәләкәс балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, утын менән йылытылған мейесте яғыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Бала булған йортта янғын тураһында иҫкәртеүсе сигнализация ҡоролмаһы булһын.

Ҡулдан эшләнгән йылытҡыстарҙы ҡулланып, үҙегеҙҙе, милкегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймауығыҙ хәйерле.

Яңы йыл байрамдары имен үтһен!

Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең телефоны — 112.
Читайте нас: