+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Декабрь 2018, 11:46

Бер-беребеҙҙе хөрмәт итәйек

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса комиссияның сираттағы ултырышында ЮХХДИ-ҙың дәүләт инспекторы Рөстәм Әхмәтов район юлдарындағы хәл-ваҡиғалар менән таныштырҙы.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса комиссияның сираттағы ултырышында ЮХХДИ-ҙың дәүләт инспекторы Рөстәм Әхмәтов район юлдарындағы хәл-ваҡиғалар менән таныштырҙы.

— Бөтәһе 304 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлһә, уларҙа 79 кеше йәрәхәтләнде, 8 кеше һәләк булды. 152 аварияның сәбәбе — бәрелешеү, — тине ул. — Малдар ҡатнашлығында авариялар һаны ике тапҡырға артты, улар башлыса Байым, Хәлил, Рауил һәм Ҡырҙас ауыл биләмәләрендә булды.

Р. Әхмәтов шулай уҡ Асҡарҙа йәйәүлеләр өсөн юл аша сыға торған урындарҙы яҡтыртыу кәрәклеген билдәләне. Ленин, Учалы, Тыныслыҡ һәм Р. Дәүләтов урамдарында яһалма ҡаршылыҡтар һалыу көнүҙәк, тине.

— Шайморатов урамындағы трассала — Ҡоръятмаҫтан Асҡарға төшкән юлда тиҙлек режимын теркәүсе видеокамералар ҡуйыу ҡарала, — тип өҫтәне ЮХХДИ начальнигы Рәшит Динисламов. — Ошондай уҡ камералар менән киләсәктә Аэропорт — Магнитогорск, Озерный — Күсем руднигы, Асҡар — Дәүләт — Аэропорт юлдары ла йыһазландырыласаҡ.

Тәүлектең ҡараңғы ваҡытында хәүефле һаналған һәм яңыраҡ бәләкәй бала ҡатнашлығында авария теркәлгән аҫҡы «Магнит» магазины тапҡырында «зебра» һалыуҙы хәстәрләргә кәрәк, тине ДРСУ-ның баш инженеры Ринат Дәминдаров.

Муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Махийәнов юл ҡағиҙәләрен водителдәр ҙә, йәйәүлеләр ҙә теүәл үтәһен ине, тип белдерҙе. Әгәр юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар бер-береһен хөрмәт итмәһә, бөтә күрелгән хәүефһеҙлек саралары бушҡа буласаҡ.

Әйткәндәй, Көнсығыш-1 һәм Көнсығыш-2 биҫтәләре араһында ла йәйәүлеләр юлы кәрәклеге хаҡында һүҙ барҙы.

— Унда машиналар ағымы көслө, — тине Р. Дәминдаров. — Шуға күрә тиҙлекте сикләүсе юл билдәһе лә ҡамасауламаҫ.

Юлдарҙы яҡтыртыуға килгәндә, Ф. Махийәнов был маҡсатта республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленәсәк, тине.

Малдарҙың юлда хәүеф сығанағы булыуын иҫкәртеү өсөн, уларҙы хужалары кем икәнлеген белеү мөһим, тине Фуат Рәфҡәт улы. «Һыйыр малына чип ҡуйыу әүҙем бара: мал эйәләре эштең мөһимлеген аңлай. Киләһе йылдарҙа биләмә башлыҡтарына ла эш артасаҡ, сөнки улар малдарын иркен утлауға сығарған кешеләргә ҡарата үҙҙәре протокол төҙөп, административ комиссияға ебәрәсәк. Биләмә башлығы төҙөгән протоколдар юл-патруль хеҙмәт инспекторҙары тарафынан яҙылғандарға ҡарағанда күберәк булырға тейеш, сөнки биләмәләге тәртип өсөн тәү сиратта ул яуаплы», — тип йомғаҡланы ул.

Әлиә МУСИНА.


Читайте нас: