Шәрип — райондың иң төпкөл ауылдарының береһе. Асҡарҙан алыҫ урынлашҡан ауылда ут-фәлән сыға ҡалһа, Хоҙай үҙе һаҡлаһын, янғын һүндереү часынан ярҙам килеп еткәнсе кәмендә бер сәғәттән ашыу ваҡыт кәрәк, был мәлгә йыйған мөлкәтеңдән көл-күмер генә ҡалыуы бар.
Башҡортостан Хөкүмәте 2030 йылға тиклем республика биләмәһендә янғын-ҡотҡарыу көстәре хеҙмәтен үҫтереү стратегияһын раҫланы. Нәҡ уның сиктәрендә Хәмит ауылы биләмәһенә янғын һүндереү өсөн тағылмалы цистерна бирелгән дә инде.
— Хәмиттең үҙендә янғын һүндереү машинаһы бар, шуға күрә цистернаны шәриптәргә бирергә ҡарар иттек, — тип һөйләй ауыл биләмәһе башлығы Ф. Д. Ғәҙелшина.
Ауыл халҡы йыйында янғын һүндереү цистернаһын һаҡлау өсөн мотлаҡ булған бинаны хәстәрләүҙе үҙ өҫтөнә ала. Башта элекке магазин бинаһын ҡулайлаштырырға булалар, тик «иҫкегә тейһәң, иҫең китер» тип, яңы буранан күтәрергә һөйләшәләр.
— Шәриптәр дөргөн, эшсән халыҡ бит ул. Бер көн килһәм, бинаның нигеҙен ҡороп йөрөйҙәр ине, икенсе көнөнә бураны күтәреп, башын ябып та ҡуйҙылар, — тип дауам итә Фирүзә Дилмөхәмәт ҡыҙы.
Был эштә Ишдәүләт һәм Дилмөхәмәт Шакировтар, Самат һәм Азамат Ғәлләмовтар, Фәнис Хәйретдинов, Рәфис Иҫәнбаев, Рәфис Абдрахманов һәм башҡалар айырыуса тырышлыҡ күрһәткән.
Ҡуйылған талаптар буйынса бинала йылы булырға, йәғни цистернала һыу туңмаҫҡа тейеш. Шуға күрә унда Фәнис Яныбаев мейес сығарған. Бында даими ут яғыу, уны ҡарап тороу элекке урман хужалығы хеҙмәткәре, бөгөн хаҡлы ялда булған Ишдәүләт Шакировҡа (һүрәттә) йөкмәтелгән.
— Йылы булһа, көнөнә бер тапҡыр яғам, һыуыҡта иртәле-кисле яғып баҫырға кәрәк, — ти Ишдәүләт ағай. — Утын бар.
Бинаның эсенә, тышына таш түшәлгән.
— Янғын сыға ҡалһа, цистернаны тракторы булған һәр кем эләктереп сыға ала, тип килешкәнбеҙ. Ул янғын һүндереү өсөн тулыһынса йыһазландырылған, кәрәкле бөтә нәмәһе бар, — ти хакимиәт башлығы.
Билдәләнгән талаптарға ярашлы шулай уҡ һауытҡа һыу тултырыу урыны ла булыуы мотлаҡ. Бәләкәй генә йылғалы Шәрип ауылында был мәсьәләне хәл итеүгә өлгәшкәндәр. Ҡулажа йылғаһын быуып, аръяҡҡа юл эшләнгән. Хасил булған быуаға ҡулса төшөрөп ултыртылған. Һыуы туңмаһын өсөн ҡышҡылыҡҡа ябып ҡуйғандар. Уны депутат Вәхит Зәйнишев ҡарап тора.
Депо әҙер булғас, тәүге күнекмәне үҙҙәре үткәреп, әҙерлеген тикшергәндәр, йәғни цистернаны трактор менән һөйрәтеп сығарып, йылғанан һыу тултырып, эшләтеп ҡарағандар. Унан инде янғын хәүефһеҙлеге инспекторҙары тикшереп, яҡшы баһа биргән.
Бына шулай хәҙер шәриптәрҙең дә үҙҙәренең янғын һағы бар. Тик уны ҡулланырға яҙмаһын, йәғни ут сығыу осраҡтары булмаһын, бәлә-ҡаза урап үтһен.