Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса район комиссияһының йылды йомғаҡлаусы кәңәшмәһендә ауыл биләмәләре башлыҡтары, яуаплы ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.
Район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса баш белгесе Рәвил Мөхәмәтдинов уҙған йылда Әбйәлил биләмәһендә булған киҫкен хәлдәр һәм уларҙы иҫкәртеү саралары тураһында бәйән итте. «Былтыр бер ғәҙәттән тыш хәл осрағы теркәлде, ул метеошарттарға бәйле булды һәм һөҙөмтәлә ауыл хужалығы культураларына зыян килде, — тине Рәвил Зөлфәр улы. — Матди зыян күргән хужалыҡтарға ярҙам күрһәтелде. Һыу ташыу миҙгеле сағыштырмаса тыныс үтте, ҙур йылғаларҙың ярҙарынан сығыуы күҙәтелмәне, юлдар, күперҙәр имен ҡалды. Боҙ таҙартыу эштәре ваҡытында башҡарылды. Йәйгеһен 9 тәбиғәт янғыны булды, 87,3 гектарҙа урман янды. Ауыл биләмәләрендә патрулдәр эшләне. Таңатар быуаһында бер кеше батып үлеү осрағы теркәлде. Йыл аҙағына исемлек буйынса 1223 янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма таратылды, уларҙы нигеҙҙә имен булмаған, аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләр алды».
Р. Мөхәмәтдинов беҙҙең район халыҡ именлеген күҙәтеү буйынса республика конкурсында ҡатнашып, өсөнсө урын алыуын билдәләп үтте.
Янғын күҙәтеүе буйынса баш дәүләт инспекторы урынбаҫары Фәрхәт Абдуллин уҙған йылда районда 80 янғын теркәлеп, уларҙа 4 кеше һәләк булды, тине. Төп сәбәптәр элеккесә: мейестәрҙең төҙөк булмауы, электр сымдарының иҫкереүе, ут менән һаҡһыҙ эш итеү һ.б. Нигеҙҙә шәхси сектор уттан зыян күрә, быға хужалыҡ ҡоролмаларының (мунса, һарай) бер-береһенә яҡын урынлашыуы сәбәпсе. Көҙгөһөн бесән янғындары күп булған. Өс транспорт сараһы, бер ағас цехы янған.
Фәрхәт Марат улы ауылдарҙа янғын һүндереү машиналары өсөн гидрант йәки йылғала һыу тултырыу өсөн пирс булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алып, былар утты тиҙ һүндереүгә кәртә булып тора тине.
Күсем руднигындағы янғын һүндереү часы начальнигы Йәмил Шаһивәлиев курорт төбәгендәге хәлдәр тураһында һөйләне. Был төбәкте хеҙмәтләндергән янғын һүндереүселәрҙе коттедждар, бунгалолар биләмәһендә күп һанлы шлагбаумдар ҡуйылыуы, ут сыҡҡан осраҡта уларҙың эргәһендә махсус машина менән үтеп булмауы борсой. Был ҡаршылыҡ район электр селтәрҙәре хеҙмәтенә лә ҡамасау.
Кәңәшмәне алып барыусы район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Махийәнов тиҙ арала сикләнгән урындарҙы тикшереп сығырға һәм законһыҙ ҡуйылған шлагбаумдарҙы алырға бойорҙо. Әйткәндәй, бындағы коттедждар күбеһе ҡуртымға бирелгәнгә күрә, төп хужаһын асыҡлауы ла ауыр һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптары күҙәтелмәгән осраҡта кемде яуаплылыҡҡа тарттырырға белеп булмай.
Артабан Фуат Рәфҡәт улы ауыл биләмәләре башлыҡтарынан ҡайҙа гидрант, ҡайҙа һыу тултырыу һауыты, пирс булыуы тураһында ентекле отчет алды. Хәүефһеҙлек бер көнлөк мәсьәлә түгел, бер генә осҡондан ҡот осмалы ялҡын сығып, ҡул аҫтында һыу булмауы арҡаһында бөтә ауылдың көл-күмергә әйләнеүе бар, Алла һаҡлаһын. Шуға күрә бөтә ауылдарҙа ирекле янғын һүндереү дружинаһы булмаған хәлдә лә утты ауыҙлыҡлау өсөн һыу менән тулы контейнер, даими эшләүсе насос, йылға буйына машина төшөп һыу тултыра алғандай пирс булыуы кәрәк. Был мөһим эшкә урындағы эшҡыуарҙарҙы йәлеп итергә мөмкин. Ут тоҡанған үләнде һүндереүгә һыу һиптереүсе ранецтар ҙа булыуы мотлаҡ.