-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Ғинуар 2019, 16:41

Бәләкәстәрҙең именлеге беҙҙең ҡулда

Янғындар буйынса хәл республикала яҡшынан түгел.

Янғындар буйынса хәл республикала яҡшынан түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән аҙнала Иглин һәм Учалы райондарында шәхси йорттарҙа сыҡҡан янғында 3 бәләкәй бала һәләк булды. Иглинда балаларын ҡотҡарам тип өйгә йүгереп ингән әсә лә ут ҡорбанына әйләнде. Ошо фажиғәләргә бәйле, янғын күҙәтеүе вәкилдәре ата-әсәләрҙе ҡәтғи иҫкәртеп, бәләкәй балаларҙы биш минутҡа ла өйҙә яңғыҙ ҡалдырмауығыҙҙы, бүлмәләрҙең ишектәрен бикләмәүегеҙҙе, асыҡ усаҡлы мейестәр тик өлкәндәр күҙәтеүендә булыуын, өйҙә шырпы, еңел тоҡаныусы шыйыҡса һәм башҡа матдәләрҙе балалар буйы етмәҫтәй урында ғына һаҡлауҙы һорай. Мәктәпкәсә йәштәге бәләкәстәргә электр һәм газ ҡорамалдары менән ҡулланыуҙы тыйығыҙ, мейескә утын яғыуға йәлеп итмәгеҙ.

Янғын осрағында ниҙәр эшләргә кәрәклеген, ниндәй телефондарға шылтыратырға икәнлеген ентекле аңлатып, иҫләтеп тороғоҙ. Улар ут сыҡһа шкафҡа, өҫтәл аҫтына йәшенергә ярамай, өйҙән сығып ҡасырға кәрәклеген аныҡ белергә тейеш.
Читайте нас: