тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров һәм был афәткә ҡаршы ҡәтғи көрәш буласағын белдерҙе. «Законһыҙ һәм йәшертен рәүештә спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүселәр көн һайын меңләгән яҙмышты боҙа, фажиғәләргә сәбәпсе була, ғаиләләрҙе емерә, балаларҙы етем ҡалдыра, — тигән фекерҙә республика етәксеһе. — Быны туҡтатыуҙың законлы юлдары бар һәм беҙ Башҡортостандың һәр ауылына барып етәсәкбеҙ. Йәлләтергә маташмағыҙ, үлем менән сауҙа итеүегеҙҙе бөгөн үк туҡтатыуығыҙ хәйерле. Кем күҙгә ҡарап алдашып, күршеләрен ағыулауын дауам итә — уларға республикала урын юҡ».
Ошо һүҙҙәрҙән һуң Р. Хәбировтың эҙмә-эҙлекле эше лә дауам итте, БР Хөкүмәте вице-премьеры Артур Әхмәтханов етәкселегендә полиция хеҙмәткәрҙәре Әбйәлил районында урындағы хоҡуҡ һаҡсылары менән берлектә лицензияһыҙ араҡы, көмөшкә һатҡан нөктәләр буйлап рейд ойошторҙо. Тәүге тәүлектә генә улар 58 тикшереү уҙғарып, законды боҙған 13 сауҙа нөктәһен асыҡланы. Полиция хеҙмәткәрҙәре Асҡар, Ишҡол, Михайловка, Сиҙәм, Тупаҡ, Атауҙы, Рауил, Зеленая Поляна ауылдарында булып, көмөшкә, спирт менән сауҙа итеүселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырҙы, спиртлы эсемлек тартып алынды.
Шәхси сауҙа итеүселәрҙән тыш Зеленая Поляна ауылындағы магазинда акциз маркаһы булмаған алкоголь һатыуҙары асыҡланды, 1,5 литрлыҡ 6 шешә араҡы тартып алынды. Бындай рейдтар артабан да дауам итәсәк.
Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Фәрит улы әйтеүенсә: «Әбйәлил районы башлығы районда законһыҙ спиртлы эсемлек һатыусы 248 нөктә булыуы хаҡында белдерә, улар тәүлек әйләнәһенә кешеләрҙе ҡабул итә һәм бишәр литрлыҡ банкалағы ағыулы спирт һатыу менән шөғөлләнә. Хатта пенсионерҙар бурысҡа алып, бер-ике айлыҡ пенсияһын үлем менән сауҙа итеүселәргә түләй. Был мәсьәләгә етди тотонорға ваҡыт».