+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Февраль 2019, 11:52

Мунсала ут сыҡмаһын өсөн

Шәхси йорттарҙа һәм мунсаларҙа сыҡҡан янғындар дөйөм статистикала төп урынды биләй.

Шәхси йорттарҙа һәм мунсаларҙа сыҡҡан янғындар дөйөм статистикала төп урынды биләй. Ҡапыл сыҡҡан ялҡын хужаларҙың күп йыллыҡ хеҙмәтен юҡҡа сығарып, бар мөлкәтен көлгә әйләндереүе мөмкин.

Мунсала хәүеф сығанағы булып ярыҡ мейестәр, мөрйәләргә һөрөм ултырыу тора. Ағас ҡоролмалар, тиҙ тоҡаныусы әйберҙәрҙе лә мунса мейесенә яҡын һалырға ярамай. Бынан тыш, ныҡ эҫелә сабынырға теләп, мейесте ҡыҙыу яғыу ҙа ҡурҡыныс.

Заманса мунсаларҙа бөгөнгө көндә кәрәкле бөтә техника — электр уты, йылытҡыс, вентилятор, хатта кондиционер киң ҡулланыла. Әммә электр сымдарының бындай көсөргәнеште күтәрә алмауы ла бар. Шуға күрә электрүткәргестәрҙе, розеткаларҙы даими тикшереп тороғоҙ, лампаға дым һәм быуҙан һаҡлаусы плафон ҡуйығыҙ. Мунса яғылмаған мәлдә ундағы электр утын тулыһынса һүндереп ҡуйырға була. Мунсаны ихаталағы башҡа ҡоролмаларға яҡын төҙөмәү хәйерле. Ғәҙәттә, ҡыҙыу ут эргәләге һарай-ҡураға, өйгә тиҙ генә күсеп китеүсән.

Усаҡ яҡҡанда күмер-ҡуҙҙар иҙәнгә төшмәүен күҙәтегеҙ, мейес алдына тимер япма һалыу мотлаҡ. Мунса тоҡандырыу өсөн бензин, кәрәсин һәм башҡа хәүефле яғыулыҡ ҡулланмағыҙ, ут өҫтәп тороуҙы балаларға йөкмәтмәгеҙ.

Ш. ШИРИЯЗДАНОВ,

61-се янғын һүндереү часы начальнигы урынбаҫары.
Читайте нас: