+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Апрель 2019, 16:52

Бәләкәй, әммә һиҙгер ҡотҡарыусы

Башҡортостан халҡы бушлай бирелгән янғын иҫкәрткестәре хаҡында нимәләр белергә тейеш.

Башҡортостанда йорттарға янғын хаҡында иҫкәртеүсе ҡулайламалар ҡуйыу программаһы әүҙем ғәмәлгә ашырыла, әммә был хаҡта барыһы ла белеп етмәй. Бөгөн ошолар һәм иҫкәрткестең балалар ғүмерен һаҡлауға булышлыҡ итеүе тураһында һөйләмәксебеҙ.

Янғын иҫкәрткес. Ул ниндәй ҡулайлама?

Ул — консерва банкаһына оҡшаш ҙур булмаған электр ҡоролмаһы. «Крона» тип аталған бәләкәй генә батарейка ярҙамында эшләй. Иҫкәрткесте йоҡо һәм йәшәү бүлмәләренең түбәһенә беркетәләр. Әгәр фатирҙа янғын башланһа, төтөндө һиҙеү менән ҡулайлама сыйылдай башлаясаҡ.


Ул ысынлап та кеше ғүмерен ҡотҡара аламы?

Эйе, был теория түгел, ә ғәмәлдә раҫланған ысынбарлыҡ. Һуңғы осорҙа ғына Башҡортостанда янғын иҫкәрткестәре ярҙамында 80 кешенең, шул иҫәптән 45 баланың ғүмере ҡотҡарылған. Бәләнән ҡотолған һәр кешенең үҙ тарихы, әммә уларҙың барыһын да бер нәмә берләштерә: улар үҙҙәренең һәм яҡындарының ғүмерҙәрен һаҡлап ҡала алған.

— Статистика буйынса, янғын ваҡытында кешеләр башлыса янған әйберҙән таралған еҫтән ағыуланып, ваҡытында дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алмайынса үлә. Йорттағы янғын иҫкәрткестәр хәүеф хаҡында хәбәр итеп, кешеләрҙе бәләнән аралап ҡала, — тип һөйләй Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров.

Бына һуңғы миҫалдар:

- 16 ғинуарҙа Бәләбәй районының Веровка ауылында бер йортта янғын сыға һәм иҫкәртеү ҡулайламаһы эшләй башлай. Алты йәшлек ҡыҙ ике ҡустыһын һәм бер һеңлеһен ваҡытында алып сығып өлгөрә.

- 5 февралдә Салауат районының Шәрип ауылында янғын иҫкәрткесе ярҙамы менән хужабикә һәм уның бәлиғ булмаған биш балаһы ҙур ҡазанан имен ҡотола.

- 7 мартта Шаран районының Супай ауылында 16 йәшлек ҡыҙ, янғын иҫкәрткестең сигналын ишетеп, өс ҡустыһын тәҙрә аша сығарып өлгөрә.


Ысынлап та, уны бушлай алырға мөмкинме?

Эйе, мөмкин. Былтырҙан алып ташламалы программа буйынса 50 мең тораҡ йортта янғын иҫкәрткестәр ҡуйылған. Башҡортостанда был ҡулайламаны бушлай ҡуйҙырыуға түбәндәге граждандар хоҡуҡлы:

- Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр;

- Бала тәрбиәләгән һәм социаль йәһәттән хәүефле торошта һаналған ғаиләләр;

- Сабыйҙары тыуған ғаиләләр. Әйткәндәй, быйыл апрелдән янғын иҫкәрткесен, сабыйға тәғәйен бүләк йыйылмаһына ҡушып, бала табыу йортонда бирә башлаясаҡтар.

Уны өс төрлө юл менән алырға мөмкин:

- Түбәндәге телефондар буйынса телдән ғариза ҡалдырырға: (347) 298-11-47 йәки 8 (903) 31-11-147;

- Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында ғариза ҡалдырырға: gkchs.bashkortostan.ru;

- Яҡындағы ЗАГС бүлегенә барып ғариза яҙырға.

Һаҡ булығыҙ! Башҡортостанда янғын иҫкәрткестәре ҡуйыуға бәйле мутлыҡ осраҡтары ла теркәлгәне бар. Үҙҙәрен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тип танытып, йорттоң һәр ун квадрат метрына бер янғын иҫкәрткесе һатып алырға мәжбүр итеп, бынан тыш, уны ҡуйыу өсөн өҫтәмә хаҡ һорап йөрөүселәр ҙә булды.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт махсус формала йөрөй, мотлаҡ рәүештә танытмаһын күрһәтә һәм ҡулайлама ҡуйырға тәҡдим итә генә ала.


Мин ташламалы программа менән ҡуллана алмайым. Иҫкәрткесте үҙем һатып алырға тейешменме?

Эйе, һәм ул артыҡ ҡиммәт тә түгел. Бер янғын иҫкәрткестең хаҡы — яҡынса 220 һум тирәһе. Уны махсуслашҡан сауҙа нөктәләренән генә һатып алырға кәңәш ителә (ғәҙәттә, улар янғын частары янында урынлаша). Сертификацияланған һәм тикшерелгән ҡулайламаларҙан тыш, уларҙың арзан аналогтары ла һатыла, әммә уларҙың сифатын бер кем дә һынап ҡарамаған. Яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеге янда ҡалған йөҙ һумдан ҡиммәтерәк булыуы бәхәсһеҙ.


Уны ҡайҙа һәм нисек ҡуйырға?

Тәү сиратта, янғын иҫкәрткес мотлаҡ йоҡо бүлмәһенә ингән ерҙә ҡуйылырға тейеш. Мәҫәлән, коридор, ингән урын йәки зал. Аш-һыу һәм йыуыныу бүлмәһенә урынлаштырыу кәңәш ителмәй, сөнки ризыҡ әҙерләгәндәге йәки эҫе һыу быуы арҡаһында иҫкәрткестең эшләй башлауы ихтимал.

Уны ҡуйыу артыҡ мәшәҡәтле түгел — бүлмә түшәменең уртаһына ҡаҙаҡ ярҙамында беркетелә. Ике яҡлы скотч ҡулланырға ярамай!

Даими рәүештә төҙөклөгөн тикшереп тороу зарур: иҫкәрткестәрҙең ҡайһы бер төрҙәрендә махсус индикатор бар, икенселәренә сигналды тикшереү кнопкаһы ҡуйылған. 24 февралдә Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылында янғын ваҡытында өс кеше — 38 йәшлек әсә, уның йәш ярымлыҡ улы һәм 30 йәшлек ир янып үлде. Өйҙәге янғын иҫкәрткес сигнал бирмәгән, сөнки батарейкаһы бөткән булған. Әгәр ҡулайлама төҙөк булһа, был ҡазанан ҡотолоп ҡала алырҙар ине, моғайын.
Читайте нас: