+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Апрель 2019, 11:27

Авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәренең әҙерлеге тикшерелде

Уҙған аҙнала йылдағыса Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса берҙәм дәүләт системаһы Башҡортостан төбәк хеҙмәтенең Әбйәлил районы звеноһының яҙғы ташҡын һәм янғын сығыу ҡурҡынысы ҙур булған миҙгелгә әҙерлеге тикшерелде.

Уҙған аҙнала йылдағыса Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса берҙәм дәүләт системаһы Башҡортостан төбәк хеҙмәтенең Әбйәлил районы звеноһының яҙғы ташҡын һәм янғын сығыу ҡурҡынысы ҙур булған миҙгелгә әҙерлеге тикшерелде.

Район үҙәгенең төп майҙанында ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында автомобиль юлдарын, үҫемлектәрҙе һәм хайуандарҙы, урмандарҙы, йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса, энергия менән тәьмин итеү, халыҡты иҫкәртеү һәм бәйләнеш булдырыу, инженер, медицина, янғын һүндереү хеҙмәттәрен, йәмғеһе 19 ойошма-учреждение базаһында төҙөлгән 14 ҡотҡарыу хеҙмәтенең 35 махсус техникаһы, уларҙы хеҙмәтләндереүгә әҙер 116 кеше смотрға теҙелде.

Унан инде райондың ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһы рәйесе Ф. Р. Махийәнов муниципаль район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡовҡа звеноның смотрға әҙерлеге тураһында хәбәр итте.

И. Т. Нафиҡов, Ф. Р. Махийәнов, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр-лығының Башҡортостан буйынса янғын күҙәтеүе идаралығы начальнигы урынбаҫары В. Н. Горин, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары А. С. Лопухов, «БР буйынса федераль янғынға ҡаршы хеҙмәттең 28-се отряды» етәксеһе Р. Ф. Салахов муниципаль район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Р. З. Мөхәмәтдиновтарҙан торған комиссия звеноға ингән ҡотҡарыу хеҙмәттәренең әҙерлеген тикшерҙе. Һәр хеҙмәт етәксеһе комиссия алдында авария бригадаларының техник яҡтан йыһазланылышы, экипировкаһы, хеҙмәттәрҙең үҙ-ара килешеп эш итеүе мәсьәләләре, кешеләрҙе ваҡытлыса йәшәү урындарына урынлаштырыу, ғәҙәттән тыш хәлдәр булғанда яуаплы кешеләрҙең эшмәкәрлеге хаҡында отчет бирҙе.

Смотрҙан һуң район хакимиәтенең ултырыштар залында тәбиғи һәм техноген ғәрәсәттәргә әҙерлекте тикшереү маҡсатында райондың ҡотҡарыу хеҙмәттәренең етәкселәре, комиссия ағзалары менән штаб күнекмәһе үткәрелде.

Легендаға ярашлы, көндәр ҡапыл йылытып, йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелеү ихтималлығы тураһында белдереүҙәр килде. Артабан Ҡыҙыл йылғаһында һыу кимәле күтәрелеп, Әбдрәш, Үтәгән ауылдары урамдарында ташҡын ҡурҡынысы тыуыу сәбәпле, был хаҡта хәбәр алғас та ашығыс рәүештә ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ағзалары йыйылды, уларҙың берлектәге ҡарары менән төбәктә юғары әҙерлек режимын индерергә ҡарар ителде. Район хакимиәтендә оператив штаб булдырылды, ташҡын урынына оператив төркөмдәр ебәрелде, ауыл биләмәләре башлыҡтарына халыҡты эвакуациялау һәм мөлкәттәрен һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам күрһәтеү кәрәклеге, ҡотҡарыу хеҙмәттәренә тәғәйенләнештәре буйынса үҙ бурыстарын үтәү йөкмәтелде.

Район комиссияһы рәйесе Ф. Р. Махийәнов ауыл биләмәләре башлыҡтарынан, комиссия ағзаларынан, төрлө ҡотҡарыу хеҙмәте етәкселәренән бындай ғәҙәттән тыш хәлдә башҡарыласаҡ эштәр тәртибен һораны, тик барыһы ла аныҡ яуап бирә алманы. Ғәмәлдә шундай хәүефле хәл тыуа ҡалһа, халыҡтың, уларҙың мал-мөлкәтенең именлеген һаҡлауҙы ойоштора алырҙармы? Уйланырға урын бар.

Күнекмәләрҙән һуң комиссия ултырышы үтте. Унда сығыш яһаусы вәкилдәр, район башлығы Илдар Таһир улы, янғын ҡурҡынысы ҙур булған миҙгелдә урман-ҡырҙарҙа, йорт-ҡаралтыларҙа, айырыуса балаларҙың ял итеү лагерҙарында янғындарҙы иҫкәртеү буйынса етди саралар күрелергә, бигерәк тә янғындарҙы профилактикалау иғтибар үҙәгендә булырға тейешлегенә баҫым яһаны.

Авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәрен смотрға яҡшы әҙерләгән ЗУЭМВС (етәксеһе К. Ә. Килмөхәмәтов), РЭС (Д. М. Сафин), ДРСУ (Р. Л. Аҡсурин), «Яҡты-Күл» шифаханаһы (С. Т. Нафиҡов) район хакимиәтенең Почет грамоталарына лайыҡ булды.

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: