-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Апрель 2019, 11:54

Еңел аҡсаның арты еңел түгел...

17-һенән 26 апрелгә тиклем район биләмәһендә «Рәсәй балалары» исемле профилактик сара үтә.

17-һенән 26 апрелгә тиклем район биләмәһендә «Рәсәй балалары» исемле профилактик сара үтә. Уның маҡсаты: балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе төрлө хәүефле хәлдәрҙән, наркотиктар ҡулланыуҙан, енәйәт юлына баҫыуҙан аралау. Ошо сара йүнәлештәренең береһе тураһында наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса төркөм оперуполномоченныйы Тимур Уйылданов һөйләп үтте.

— Сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшырған йәш райондаштарыбыҙ күп тә үтмәй төрлө вуздарға инеп, илебеҙҙең бәләкәй һәм ҙур ҡалалары студенттары булып китәсәк. Бөгөн йәштәр бөтә ваҡытын уҡыуға ғына бағышлап ҡалмай, файҙалы шөғөл табырға, аҡса эшләргә, матди яҡтан ата-әсәһенә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫҡа тырыша. Әммә интернетта эш сығанағы эҙләп, хәүефле әҙәмдәр тоҙағына ла эләгергә мөмкин. Юғары уҡыу йорттары булған бөтә ҡалаларҙа ла — Сибай, Белорет, Өфө, Магнитогорск, Ҡазан, Силәбе, Екатеринбург, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡаларҙа синтетик наркотик һатыу менән шөғөлләнеүсе төркөмдәр эшләй. Быны улар үҙ ҡулдары менән түгел, ә аралашсылар аша башҡара. Ябайлаштырып әйткәндә, наркодилерҙарҙың схемаһы түбәндәгесә эшләй: наркоман «Скорость», «Соль» йәки марихуана, гашиш кеүек ағыулы матдә эҙләп, интернет селтәрен тикшерә. Был тауарҙы тәҡдим итеүселәр бихисап, хоҡуҡ һаҡсылары бер сайтты блокировкалап өлгөрмәй, урынына уның «игеҙәге» асыла һәм ҡара эшен дауам итә. Наркотик һатып алырға теләүсе һатыусының үҙен күрмәй ҙә, белмәй ҙә, «тауар» өсөн онлайн-касса ярҙамында аҡса күсерә, артабан уға ағыулы матдә йәшереләсәк урындың адресы һәм фотоһы ебәрелә. Наркотик матдәләрҙе нигеҙҙә йорт стеналарына, подъездарға, парктағы берәй ағас төбөнә йәшерәләр. Аҡсаһын түләгән наркоманға уны табып, килеп алырға ғына ҡала. Бына ошо йәшереү эшен (наркомандар телендә «закладка» тип йөрөтөлә) ғәҙәттә, бер ни белмәгән, еңел аҡса эшләргә теләгән студенттар башҡара. Бер «закладка» һалыу өсөн 300 – 500 һум тирәһе түләйҙәр. Йәғни, 10 «закладка» эшләнең икән, 3 мең һум эш хаҡы алаһың. Эш эҙләүсе йәштәрҙе социаль селтәрҙәр аша эҙләп табалар. «Айына 60 мең һум аҡса эшләү мөмкинлеге бар» тип яҙалар. Тик бының аҙағы бик насар икәнлеген аңларға кәрәк. «Закладка» урындары һәр ваҡыт полиция күҙәтеүендә була, уларҙың һәр береһе асыҡланып тора. Ә шунда наркотик йәшерергә маташҡан ябай студент тотола икән, ул ағыулы матдә менән сауҙа итеүсе йәки таратыусы тип таныла һәм уға ҡарата мотлаҡ рәүештә енәйәт эше асыла.

Рәсәй Енәйәт кодексының 228.1-се статьяһына ярашлы, наркотик йәшереү менән шөғөлләнгән кеше, ул бәлиғ булмаған үҫмер булһа ла, енәйәтсе тип табыла. Был статья буйынса 8 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү ҡаралған. Аҙ ғына аҡса эшләйем тип, енәйәти статья аҫтына эләгеп ҡуймағыҙ. Ситтә уҡыусы балаларығыҙға ошо хаҡта төшөндөрөргә онотмағыҙ.

Резеда ХӘСӘНОВА яҙып алды.

Читайте нас: