+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
31 Май 2019, 11:54

Эскән килеш машинаға яҡын бармау хәйерле

РФ Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа кеше үлеменә килтергән юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булған иҫерек водителдәр өсөн язаның ҡәтғиләнеүе тураһында закон проектын ҡабул итте.

РФ Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа кеше үлеменә килтергән юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булған иҫерек водителдәр өсөн язаның ҡәтғиләнеүе тураһында закон проектын ҡабул итте.

Депутаттар тәҡдим иткән документҡа ярашлы, Енәйәт кодексының 264-се статьяһына үҙгәрештәр индереләсәк. Атап әйткәндә:

- рулдә иҫерек автоһәүәҫкәр ҡатнашлығында булған аварияла кеше һаулығына ауыр зыян килһә — водителде 3-тән 7 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү;

- юл фажиғәһендә бер кеше һәләк булһа — 5-тән 12 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү;

- ике һәм унан күберәк кеше үлһә — 8-ҙән 15 йылға тиклем рәшәткә артына ултыртыу ҡарала.

Бынан тыш, закон проекты эскән килеш тимер юлы, һауа, диңгеҙ һәм һыу транспортында, метрола ошондай уҡ фажиғәләргә сәбәпсе булған водителдәрҙе лә яуаплылыҡҡа тарттырып, 263-сө статьяға үҙгәреш индереүҙе лә күҙ уңында тота.

Рәсәй юлдарында иҫерек килеш ҡылынған һәм кешеләрҙе һәләк иткән аварияларҙың артыуы ошондай ҡәтғи аҙымға барыуҙы талап итә, — тип аңлата парламентарийҙар. — 2017 йылда илдә юл-транспорт ваҡиғаларында 15 меңдән ашыу кеше үлһә, шуларҙың 4336-һы — эскән водителдәр ҡатнашлығындағы аварияларҙа. 2018 йылда был күрһәткес 4645-кә барып етте.

Яңы закон проектына Хәүефһеҙлек һәм граждандарҙың хоҡуҡ һаҡлау органдары менән хеҙмәттәшлеге буйынса эксперт советы рәйесе Антон Цветков үҙ баһаһын бирҙе. «Руль артына иҫереп йәки наркотик ҡулланып ултырған һәм ошо хәлдә авария яһаған кеше яуыз уй менән енәйәт ҡылған граждан кеүек яуап бирергә тейеш. Был ғәҙел аҙым, — тине ул. — Эскән килеш машинаға идара итеп кешене һәләк иткән водитель беренсе тапҡыр иркенән мәхрүм ителһә, ҡабаттан ҡылынған бындай енәйәт өсөн уның «права»һын ғүмерлеккә тартып алыу ҙа кәрәктер».

Дөйөм статистикаға беҙҙең район да үҙ өлөшөн индерә, эскән водителдәр ҡатнашлығында булған аварияларҙа кеше ғүмерен ҡыйыу осраҡтары ла юҡ түгел.

— Былтыр көҙ, мәҫәлән, Асҡар ауылында йәшәүсе водитель спиртлы эсемлектәр ҡабул иткәндән һуң ВАЗ-21120 машинаһына идара итеп, Ҡужанға табан юл ала, — тип һөйләй эске эштәр бүлегенең өлкән тәфтишсеһе Руслан Шәғәлин. — Автомобиль салонында пассажир ҙа була. Араҡынан аңы томаланған водитель юлдағы хәлде контролдә тота һәм рулгә йүнләп идара итә алмай һәм 11-се километрҙа тиҙлекте арттырыуы сәбәпле, трассанан төшөп китә. Автомобиль ағасҡа барып бәрелә. Иҫерек водитель ҡылған авария һөҙөмтәһендә хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән пассажир машинанан осоп сыға һәм ҡабырғалар, аяҡ-ҡулдар һыныу, бауырына, мейеһенә ҡан һауыу кеүек үтә ауыр тән йәрәхәттәре алып, ваҡиға урынында һәләк була. ВАЗ-дың хужаһына 264-се статьяның 4-се өлөшө буйынса енәйәт эше асылды.

Быйыл район юлдарында 15 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, уларҙа 5 кеше һәләк булды. Апрелдә, мәҫәлән, Үләнде ауылында йәшәүсе водитель Иж-Юпитер мотоциклы менән тәүлектең ҡараңғы ваҡытында юлға сыға, — тип дауам итә ЮХХДИ-ҙың пропаганда буйынса инспекторы Альбина Мусина. — Дөрөҫ тиҙлекте һайламауы арҡаһында ул ҡаршы һыҙатҡа сығып, Шевроле автомобиле менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә мотоциклист ауыр тән йәрәхәттәре алып, ваҡиға урынында һәләк була. Медицина-химик экспертизаһы йәш водителдең ҡанында 4,9 промилле күләмендә спиртлы эсемлек булыуын күрһәтте. Иҫерек булғанға күрә ул, юлдағы хәлде контролдә тота алмай, ошондай фажиғәгә тарый.

Спиртлы эсемлек, наркотик ҡулланып ҡот осҡос фажиғәләргә сәбәпсе булған — йәйәүлеләрҙең, балаларҙың өҫтөнә машина менән менеп киткән, транспорт ағымында шәп тиҙлек менән барып бер ғәйепһеҙ водителдәрҙе төкөп үлтергән әҙәмдәр хаҡында хәбәрҙәр көн һайын телевизорҙан яңғырай. Хатта бер осор уларҙы ғәҙәти хәл кеүек ҡабул итеп тә ебәрәбеҙ. Әммә бындайға өйрәнергә ярамай, һәр кем яуаплылыҡ тойорға, язаның үтә ҡаты буласағын белеп, иҫереп рулгә ултырыр алдынан ҡырҡ тапҡыр уйланырға тейеш.

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: