+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Июнь 2019, 12:16

Йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт кенә бирһен һыу

Статистика мәғлүмәттәре буйынса 2017 йылда Башҡортостанда һыу инеү осоронда 70 кеше, шул иҫәптән 8 бала батып үлгән.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса 2017 йылда Башҡортостанда һыу инеү осоронда 70 кеше, шул иҫәптән 8 бала батып үлгән.

Ағымдағы йылда көндәр йылыныу менән һыуҙағы фажиғәләр йышайҙы. 29 майҙа Төйәләҫ йылғаһында 1978 йылғы ҡатын батып үлә яҙҙы, ҡотҡарыусылар уны йылғаның икенсе ярынан табып алды. 1 июндә Бөрйән районының Нәби ауылында малай һыу ҡорбаны булды. Йәйге эҫе көндәрҙә балаларҙы һыуға ебәрмәй тотоп булмай. Һәр төрлө тыйыу-янауҙарҙан да эш сыҡмай. Иң яҡшыһы балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, һыу буйына бергәләп барығыҙ. Бала яр ситендә уйнап ҡына йөрөһә лә, иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Һыу инергә уйлаһағыҙ, бының өсөн тәғәйенләнгән махсус урындарҙы һайлағыҙ. Балаларға сумырға рөхсәт итмәгеҙ. Эҫе ҡояш аҫтында оҙаҡ йөрөгәндән һуң кинәт һыуға инеүҙән тыйылығыҙ. Температураның ҡапыл түбәнәйеүе тын алышты туҡтатыуы ихтимал. Һыу ингән күмәк балалар араһында ла үҙегеҙҙең балағыҙҙан күҙ яҙлыҡтырмағыҙ. Баланың күпме ваҡыт һыуҙа булыуы уның йәшенә бәйле, күгәргәнсе оҙаҡ итеп һыу инергә рөхсәт итмәгеҙ. Моторлы кәмәләр, катерҙар йөрөгән урындарҙа һыу инмәгеҙ. Бала йөҙә белмәһә, өрөп тултырылыусы матрацтарҙа йәки камераларҙа һыуға төшөүҙән аралағыҙ. Был бик хәүефле һәм фажиғә менән тамамланған осраҡтар күп.

Һыу процедуралары балаларҙың сәләмәтлектәренә файҙалы. Әммә һыуҙағы ялды хәүефһеҙ итеп ойоштороу зарур. Йылға-күлдәрҙә, диңгеҙҙә ялдар күңелле, хәүеф-хәтәрһеҙ үтһен өсөн барыһы өсөн дә берҙәм ҡағиҙәләрҙе иҫтән сығармағыҙ:

- һыу 22 градусҡа тиклем йылынған осраҡта ғына балаларға һыу инеү рөхсәт ителә, был ваҡытта тыштағы һауа температураһының 25 градустан кәм булмауы шарт;

- һыу инеү өсөн иң уңайлы ваҡыт — иртәнге сәғәттәр;

- беренсе сирҡаныс алғанда һыуҙа 2-3 минут булыу ҙа етә;

- баланы һыуға башы менән сумдырмағыҙ;

- һыуҙан сыҡҡас, яҡшылап һөртөндөрөгөҙ һәм ял иттерегеҙ.

Һыу организмды сәләмәтләндерә, иҫ киткес ыңғай тәьҫораттар менән кинәндерә. Иң мөһиме һыу инеү урындарын дөрөҫ һайлағыҙ һәм үрҙә әйтелгән ҡағиҙәләрҙе инҡар итмәгеҙ.

А. МАЛИКОВ.

Бәләкәй суднолар буйынса Урал аръяғы участкаһы дәүләт инспекторы.

Читайте нас: