+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Июль 2019, 12:04

Балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ

Йәйге каникулдар мәле әле. Балалар рәхәтләнеп йоҡо туйҙы-ра, ял итә, уйнай, һыу инә...

Йәйге каникулдар мәле әле. Балалар рәхәтләнеп йоҡо туйҙыра, ял итә, уйнай, һыу инә... Тик шатлыҡлы миҙгелдең хәүефле яғы ла бар: атай-әсәйҙәрҙең күбеһе эштә, ауылға ебәрергә бөтәһенең дә өләсәй-олатаһы юҡ. Шул арҡала күпселек балалар яңғыҙы өйҙә ҡалырға, урам ҡыҙырырға мәжбүр. Ошо мәлдә уяулыҡты юғалтмау, балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмау мөһим.

«Беҙ бәләкәй саҡта телефон да, интернет та булманы, атай-әсәй көнө буйы ҡырҙа эштә, нимә ҡыланһаҡ та, бирешмәнек әле», — тип ҡул һелтәүселәр ҙә табылыр. Әммә һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар тигәнде онотмайыҡ, сөнки статистика аяуһыҙ ысынбарлыҡты асып һала.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар юғала, хатта бер нисә минут араһында һыуға батҡандай юҡҡа сыға: берәү мәктәпкә барып етмәй, икенсеһе яҡындағы урманда, йырында уйнап киләм тигән еренән ҡайтмай, өсөнсөһө өйҙән ҡаса...

«Лиза Алерт» эҙәрмәндәр отряды мәғлүмәттәренә ярашлы, уҙған йылда бала юғалыуы тураһында ил буйынса 1060 мөрә-жәғәт булған, шуларҙың 943-ө имен-һау табылып, ата-әсәһенә ҡайтарылған, 72-һе һәләк булған, 45-е — хәбәрһеҙ юғалған.

Эске эштәр министрлығы биргән һандар тағы ла аяныслыраҡ: Рәсәйҙә йыл һайын 15 меңдән ашыу бала юғала.

Сабыйҙар хәйләһеҙ, улар яман менән яҡшы кешене айырыу һәләтенә эйә түгел. Кемдер бесәй, кәнфит йә туңдырма күрһәтһә лә, эйәреп китеүҙәре ихтимал. Быны күп һанлы социаль эксперименттар ҙа раҫлай. Мәҫәлән, эҙәрмәндәр төркөмө, балаларҙы һынау өсөн, тамаша барған залға индереп ултырта һәм һәр береһенә бинанан таныш булмаған кешегә эйәреп сыҡмаҫҡа тигән ҡәтғи талап ҡуя. Тик координаторҙар бала эргәһенә килеп, «урамға сыҡ әле, әсәйең саҡыра» тиеү менән барыһы ла ҡуйылған талапты онотоп, шул таныш булмаған ағайға йә апайға эйәрә. Бары бер генә бала, юҡ мин бер ҡайҙа ла бармайым, тип урынында ҡала! Тимәк, өйҙә йәки ҡапҡа эсендә, подъезд алдында уйнап ҡалған балабыҙға «Мин эштән (магазиндан һ.б) ҡайтҡансы берәү менән дә һөйләшмә, бер кемгә лә эйәрмә» тип әйтеү файҙаһыҙ?! Шуға күрә, нисек кенә ауыр яңғырамаһын — бәләкәстәрҙе күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Түбәндәге осраҡтарҙы уҡығыҙ, ул сабыйҙарҙың әсәләре әле булһа төн йоҡоларын йоҡламай өмөт итә, көтә...

Саша Золотова. Йәш ярымлыҡ ҡыҙыҡай апайы менән шәхси йорттоң ихатаһында уйнай, ә ата-әсәһе ҡунаҡҡа килгән туғандары менән өйҙә була. Кискә ҡарай йортҡа ингән өлкән ҡыҙ бәләкәсенең юҡлығы тураһында хәбәр итә. Сашаны шунда уҡ эҙләй башлайҙар, күршеләр, хоҡуҡ һаҡсылары, волонтерҙар бөтә ҡаланы, һәр бер йәшерен урынды урап сыға, водолаздар йылға төбөн дә әллә нисә тапҡыр тикшерә. Был ваҡиғаға дүрт йыл, ә ҡыҙыҡай һаман табылмаған.

Данила Белых. Липецк өлкәһендә йәшәүсе 11 йәшлек уҡыусы мәктәп автобусына юллана. Уның туҡталышҡа китеп барыуын күреүсе шаһиттар бар, тик автобус водителе малайҙың автобусҡа ултырмауы тураһында әйтә. Был ике хәбәр араһындағы ваҡыт ни бары 3 минут! Тик Данила юҡҡа сыға, уны 7 йыл инде эҙләйҙәр...

Света Дудина. Краснодар крайында йәшәүсе комбайнер 8 йәшлек ҡыҙын үҙе менән яҡындағы баҫыуға эшкә алып бара. Ҡыҙыҡайҙы комбайнға ултыртып йөрөтә, баланың ҡыуанысының сиге булмай. Эш бөткәс, атаһы мин техниканы гаражға индерәм, ә һин хутор аша өйгә ҡайта тор, тип Светаны оҙата. Баҫыу менән Дудиндарҙың йорто араһы күп булһа 20-40 метрҙыр. Әммә атаһына ҡул болғап ҡайтырға сыҡҡан ҡыҙҙы ошо көндән алып берәү ҙә күрмәй. Полиция, һыбайлы казактар, ауылдаштары, волонтерҙар — кем генә эҙләмәй уны. Света юғалғанға өс йыл, тик уның тураһында бер хәбәр ҙә юҡ.

Ағалы-ҡустылы Кулаковтар. 11 йәшлек Вова менән 8 йәшлек Сергей Киров өлкәһендә йәшәй. Ауыл ситендәге ағаслыҡта йыш уйнай улар. Был көндө лә шулай була: малайҙарҙың үҙаллылығына өйрәнгән әсәй бер ниндәй хәүеф тоймай, уларҙы уйынға оҙатып, өйҙә ҡала. Тик Кулаковтар киске ашҡа ҡайтмай. Полиция шунда уҡ эшкә тотона, уларға өлкәнең волонтерҙары ла ҡушыла. Малайҙарҙы 30 тәүлек дауамында ерҙә, һыуҙа эҙләйҙәр, һауа транспортын да йәлеп итәләр. 7 йыл инде ҡайғыға батҡан әсә тәҙрәнән күҙен алмай...

Былар аяныслы тарихтарҙың бер нисәүһе генә. Ил буйлап улар йөҙҙәрсә, меңдәрсә.

Бәлиғ булмаған кеше юғалыу тураһында хәбәр полицияла шул көндә үк ҡабул ителә, бының өсөн өс тәүлек көтөргә кәрәкмәй. Урамға уйнарға сыҡҡан, спорт түңәрәгенә юлланған, һыу буйына киткән улығыҙ йәки ҡыҙығыҙҙың нимә кейгәнен ныҡлап хәтергә ҡалдырығыҙ, уның айырым билдәләрен иҫегеҙҙә тотоғоҙ — былар эҙләүҙә ныҡ ярҙам итә. Бәләкәй кешенең хәүефһеҙлеге ғаилә мәҙәниәтенә, унда формалашҡан ҡағиҙәләргә, тәртипкә бәйле. Бала менән ябай ҡағиҙәләрҙе ҡабатлап тороу кәрәк:

- ҡалаға барғанда сауҙа үҙәгендә һеҙҙе юғалтҡан осраҡта, ул йүгереп эҙләмәһен, бер урында ғына тороп көтһөн. Эргәләге магазинға инеп, администраторға мөрәжәғәт итергә мөмкин: бындай үҙәктәрҙә бөтә залдарҙа ишетерлек иғлан биреүсе ҡоролмалар бар.

- майҙансыҡта уйнағанда бер ниндәй ҙә сит кешегә эйәрмәҫкә, һүҙ ҡушыусыға яуап бирмәҫкә, белмәгән кешенең машинаһына ултырмаҫҡа, бүләктәр ҡабул итмәҫкә — үкенескә ҡаршы бөгөнгө заманда беҙ балаларҙа ошондай ышанмаусанлыҡ тәрбиәләргә мәжбүрбеҙ.

- йылға, күл буйына яңғыҙ йөрөмәҫкә (йөҙә белгән хәлдә лә!), сөнки берәүһе бата башлаһа, икенсе бала ярҙам саҡыра ала.

- трасса буйлап велосипедта йөрөмәҫкә, машиналар ағымы көслө булған урында уйнамаҫҡа.

- урманға емеш-еләк йыйырға барһағыҙ, балаға сағыу төҫтәге кейемдәр кейҙерегеҙ, ағас араһында күренеп йөрөрлөк булһын.

- фатирҙа, өйҙә бер үҙе ҡалған бәләкәс бер ниндәй сит кешегә лә ишек асмаһын. Йоҙаҡты ата-әсәһенә генә асһын өсөн икегеҙ генә белгән пароль уйлап табығыҙ. Был алым урамда «әйҙә, минең менән, һине әсәйең саҡыра» тигән кешенән ҡотолоу өсөн дә файҙалы. Паролде белмәй икән, тимәк ул ят әҙәм.

- мобиль телефон, GPS-браслет — замана технологияларын да ҡулланығыҙ, улар баланың ҡайҙа йөрөгәнлеген һәр ваҡыт күрһәтеп торасаҡ.

- уҡый, һанай белгән бала атаһының йәки әсәһенең телефон һандарын яттан белергә тейеш. Ашығыс ярҙам номеры —112 икәнлеген дә хәтеренә һалығыҙ.

Резеда ХӘСӘНОВА әҙерләне.


Читайте нас: