Ағымдағы ярты йыллыҡта банк секторында 136 ялған банкнота асыҡланған, тип хәбәр итә БР Милли банкыһы. Мутлашыусылар иң йыш 5 мең һумлыҡ аҡсаны яһай икән, улар барлыҡ ялған аҡсаларҙың 81 процентын тәшкил итә. Артабан 1 мең һәм 2 мең һумлыҡ аҡсалар алмаштырыла. Бындай осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында «Рәсәй Банкы банкноталары» тигән мобиль ҡушымта булдырылған. Уны кеҫә телефондарына яҙҙырғанда, һиҙгер экран аҡсаның ялғанмы-түгелме икәнлеген тикшерә аласаҡ.