+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Август 2019, 16:46

Мәктәп ҡаҙанлығы түбәһеҙ ҡалды

Кисә яуып үткән ямғыр һыуға сарсаған еребеҙҙе туйындырҙы ла ул. Әммә көслө дауыл ҡубып, зыян да килтерҙе...

Кисә яуып үткән ямғыр һыуға сарсаған еребеҙҙе туйындырҙы ла ул. Әммә көслө дауыл ҡубып, зыян да килтерҙе...
Ҡаҙмаш ауылында көслө ямғырҙан урамдар буйлап йырғанаҡтар түгел, тотош йылғалар аҡты. Дауыл мәктәп ҡаҙанлығының түбәһенең тимерен алып ташланы.
Йәй буйы ямғыр яумаған Баймаҡ районын да урап үтмәне был яуын: унда ямғыр ғына түгел, боҙборсаҡ та яуған. Иң көслөһө Ғүмәр ауылына тура килгән: бер туҡтауһыҙ егерме минут дауамында яуған боҙборсаҡтан ер бер аҙға аҡ юрғанға тотош төрөнгән.
Күрше Магнитогорскиҙа быйыл ямғырҙар беҙҙәгенә ҡарағында йышыраҡ яуҙы. Кисәге көслө ямғыр һөҙөмтәһендә иһә ҡала урамдарына машиналар йөҙөп йөрөрлөк булып, һыу тулды.
Читайте нас: