-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Август 2019, 11:42

Балалар ташыусы транспортҡа ташлама яһау мөмкин түгел

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһенә йыйылыуынан файҙаланып, ЮХХДИ-ҙың дәүләт инспекторы Әхтәм Мостафин мәктәп автобустарына техник күҙәтеү үткәрҙе.

Тикшереү һыҙығына бөтәһе 34 автобус ҡуйылды, инспектор уларҙың тышҡы йөҙөнән башлап, двигателдең нисек эшләүенә, тахографтарҙың төҙөклөгөнә, хәүефһеҙлек ҡайыштарының теүәллегенә, янғын һүндереү баллоны, аптечка булыуына тиклем ентекләп ҡарап сыҡты.

— Бөгөн бөтә район мәктәптәре лә автобустар менән йыһазландырылған, улар араһында иҫкеләре юҡ, йылдан-йыл автобустар паркы яңырып тора, уларға бөтә тейешле ҡорамалдар — тахограф, ГЛОНАСС системаһы ҡуйыла, — тип аңлата Әхтәм Марат улы. — Һары төҫкә буялған был транспорт сараларына беҙ ташлама яһай алмайбыҙ, төҙөклөгө буйынса бәләкәй генә етешһеҙлек булһа ла, уны рейстан алырға мәжбүрбеҙ, сөнки был автобустарға беҙ иң ҡәҙерле нәмә — балаларыбыҙҙы ташыуҙы ышанып тапшырабыҙ. Шуның өсөн улар һәр яҡлап хәүефһеҙ булырға, тигеҙ эшләргә тейеш.

Бөгөн ауылдарҙан балалар ташыусы автобустар, яңы талаптарға ярашлы, лицензияға эйә булырға, хәрәкәт итеү мәлендә даими янып торған һары төҫтәге маяҡ менән йыһазландырылырға тейеш. Инспектор ошо талаптарҙың үтәлешен тикшереп сыҡҡас, транспорт сараларының торошон ҡәнәғәтләнерлек тип тапты һәм яңы уҡыу йылына әҙер булыуҙарын билдәләне.

Р. МӘСӘЛИМОВА.
Читайте нас: