+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Август 2019, 11:31

Иҫерткес үлән йыйыусылар күп...

Республикала һәм районда 9-нан 18 авгусҡа тиклем «Мәк» профилактик операцияһының дүртенсе этабы үтте.

Республикала һәм районда 9-нан 18 авгусҡа тиклем «Мәк» профилактик операцияһының дүртенсе этабы үтте. Эске эштәр бүлегенең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса оперуполномоченныйҙары һуңғы айҙа һөҙөмтәле эшләне. Оперуполномоченный Илшат Дауытов әйтеүенсә, район биләмәһендә иҫерткес үлән — марихуана йыйыусы бер нисә Силәбе өлкәһе кешеһе тотолған.

1 августа Ташбулат ауыл биләмәһендә рейд барышында хоҡуҡ һаҡсылары өс егетте (берәүһе Әбйәлилдән, икәүһе Магнитогорск ҡалаһынан) тотҡан. Тикшереү барышында был граждандарҙа юғары күләмдә — 200 грамдан ашыу — үләнле матдә табылған. Экспертиза һығымтаһы буйынса ул наркотик — марихуана икәнлеге билдәләнгән. Әйтеүҙәренсә, марихуананы улар район биләмәһенән йыйып алған һәм наркотик итеп ҡулланырға ниәтләгән.

17 август, бер көн эсендә, алама шөғөл менән булышҡан кешеләрҙе асыҡлауҙың өс осрағы теркәлгән. Мәҫәлән, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан Красная Башкирия ауылы янындағы урман һыҙатында усаҡ яғып маташҡан кешеләр тикшерелгән. Улар бер биҙрә киндер йыйып алып (был үлән каннабис тип йөрөтөлгән наркотик иҫәбендә), ҡайнатып, ҡулланырға теләгән икән. Әйткәндәй, ағыулы матдә ҡулланырға теләгән төркөмдә быға тиклем урлашҡаны өсөн хөкөм ителгән ҡыҙ ҙа була. Тартып алынған наркотик матдәнең массаһы 998 грамм тәшкил итә.

Ошо уҡ урындан йыраҡ түгел хоҡуҡ һаҡсыларына рюкзағына киндер тултырып алған мотоциклист эләгә. Был үләнле матдәнең дә марихуана икәнлеге раҫлана, ҡапсыҡтың дөйөм күләме 300 грамдан ашыу була.

Бынан һуң күп ваҡыт та үтмәй, Аэропорт — Магнитогорск трассаһында ВАЗ-2114 автомобиле туҡтатыла. Шикле машинаны тикшереү барышында уның багажнигынан 500 грамм ауырлыҡта үләнле матдә табыла.

Иҫерткес үлән эҙләүселәр әллә беҙҙең район биләмәһендә генә «һунар итәләрме», әммә йыл һайын Красная Башкирия ауылы эргәһендәге урман һыҙатында киндер йыйырға килеүсе йәш кешеләр йыш тотола.

Дүрт осраҡ буйынса ла РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһы, 2-се өлөшө буйынса эш ҡуҙғатылған, тикшереү бара.

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.
Читайте нас: