+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Сентябрь 2019, 14:03

Уҡыусыларға уңайлы булһын өсөн

Белем биреү учреждениеларына инеү-сығыу урындары хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирергә тейеш.

Белем биреү учреждениеларына инеү-сығыу урындары хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирергә тейеш. Яңы уҡыу йылын Таһир Кусимов исемендәге гимназияла ла яңыса ҡаршыланылар.

Гимназияның инеү урыны хәүефле булыуы хаҡында ата-әсәләр йыйылыш һайын һөйләне. Бигерәк тә иртән һәм төш мәлендә бында машиналарҙан тығындар барлыҡҡа килә торғайны, сөнки һәр кем балаһын ишек алдына уҡ төшөрөп ҡалдырырға тырыша. Белем усағы эргәһендә машиналар өсөн ҙур туҡталҡа эшләү хәлде бер аҙ үҙгәртһә лә, проблема тулыһынса бөтмәне. Ата-әсәләр үҙҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп, йәйәүлеләр өсөн һыҙат өҫтөндә лә, мәктәп ҡапҡаһына яҡын килеп тә туҡтап, башҡалар өсөн ҡурҡыныс тыуҙырҙы.

— ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уҙған уҡыу йылында белем биреү учреждениелары янында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге үтәлешен тикшереп, күрһәтмә яҙғайны. Шуны үтәү өсөн район хакимиәтенән светофор ҡуйыуға 187 мең һум аҡса бүленде, — тип һөйләне Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Дамир Харрасов. — Өҫтәмә рәүештә урындағы биләмә хакимиәтенән саралар бүлдек һәм уҡыу башланғанға тиклем Ансар Өмөтҡужиндың бригадаһы гимназия алдына ҡойма эшләне. Хәҙер машиналар ҡапҡа алдына туҡтай алмаясаҡ, балалар ҙа юлдан үтмәй, йәйәүлелер өсөн һыҙаттан һәм ҡойманың эсенән йөрөйәсәк. Иртәнге, төшкө һәм киске сәғәттәрҙә мәктәп янында хәрәкәт көслө, шуны көйләү өсөн светофор күптән кәрәк. «Юрға» ат-спорт мәктәбе янындағы юл аша ла светофорҙар ҡуйылды.

Проблема хәл ителеүгә ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа шат. Гимназия директоры Рамил Әхмәтов район етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

— Беҙҙең өсөн балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү — төп талаптарҙың береһе. Хәҙер уҡыусылар өсөн күңелебеҙ тыныс. Уларға юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, юлда иғтибарлы булырға ҡала, — тине Рамил Нурислам улы.

Янып-һүнеп тороусы һары утлы светофор юлда балалар булыу ихтимал-лығын хәбәр итә, шуға водителдәргә абай, иғтибарлы йөрөү, мәктәп янынан үткәндә тиҙлекте кәметеү мөһим. Бындай светофорҙар райондың башҡа мәктәптәре янында ла ҡуйыласаҡ.

Д. САФИУЛЛИНА.


* * *

— Балаларҙың хәүефһеҙлеге беренсе урында булырға тейеш, — тип иҫәпләй район юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә. Бөгөн был ойошма төп юл мәктәп эргәһенән үткән Байым белем усағы янында хәүефһеҙлек һыҙаты ҡуйыу эштәре менән мәшғүл.

Ошондай уҡ эштәр оло юл буйында ғына урынлашҡан Таштимер мәктәбе алдында ла алып барыла. ДРСУ хеҙмәткәрҙәре Тимерхан Сөләймәнов, Данис Бикҡолов, Илфат Ямалов мәктәпкә йәнәш ике яҡлап юл буйынса тимер баға-налар ултыртып, уларҙы асфальт менән нығытып бара. Ә Самат Әхтәмов менән Мәүлит Абдуллин иһә бағаналарҙың тигеҙлеген тикшерә. Артабан инде бағаналарға тимер кәртәләрҙе иретеп йәбештерергә һәм уларҙы буярға ҡала.

Р. ДАУЫТОВА.


Читайте нас: