Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Сентябрь 2019, 13:29

Башҡортостанда иң яуыз йәнлекте тотҡандар

Ләкин ул айыу ҙа, арыҫлан да түгел, ә ҡомаҡ.

Башҡортостандың Салауат районында йәшәүсе ир иң яуыз йәнлекте тотҡан. Ләкин ул айыу ҙа, арыҫлан да түгел, ә ҡомаҡ. Быйыл уларҙың ябырылыуы, элеккегә ҡарағанда күберәк тойола. Ҡомаҡтарҙың төп эше — картуф урлау. Әгәр быға тиклем баҡсасыларҙың дошманы колорадонан килгән ҡунаҡтар булһа, быйыл иһә ҡомаҡтар. Әйткәндәй, Асҡар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны янында йәшәүселәр ҙә ҡомаҡтар үрсеүенә зарлана. Сүп-сар өйөмө аҫтында йәй буйы оялаған был йәнлектәр көндәр һыуынғас йорт-ҡура тирәһенә эйәләшә башлаған.
Читайте нас: