Район юлдарындағы хәл-ваҡиғалар, иң йыш осраған хоҡуҡ боҙоуҙар, уларҙы иҫкәртеү саралары тураһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге начальнигы Рәшит Динисламов һөйләй.
— Йыл башынан Әбйәлил юлдарында 7280 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлде, шуларҙың 242-һе — иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәргә төҙөлгән протоколдар. 27 юл-транспорт ваҡиғаһы булып, ҡыҙғанысҡа ҡаршы уларҙа 9 кешенең ғүмере ҡыйылды, балалар ҡатнаш-лығында 4 авария теркәлде.
Юл фажиғәләре иң йыш булған трассаларға Асҡар — Хәлил — Сибай (4), Озерное — Күсем руднигы (8), Асҡар — Аэропорт — Магнитогорск (4), Сәрмән — Амангилде — Баймаҡ (4) юлдары инә. Водителдәр башлыса бәрелешеү, юлдан төшөп түңкәрелеү кеүек күңелһеҙ хәлдәргә тарый. Йәйәүлене төкөтөүҙең ике осрағы булды.
Аварияларҙың төп сәбәптәре элеккесә:
Юл саты, тыҡрыҡ һәм йәйәүлеләр өсөн урындарҙа юл ҡағиҙәләрен үтәмәү;
Хәүефһеҙ тиҙлекте арттырыу, дистанция тотмау;
Тәүгеһенә күҙ һалайыҡ: йыш ҡына водителдәр юл саты ҡағиҙәләрен йә белмәй, йә күрмәмешкә һалыша, бер-береһен үткәрмәй, шәп тиҙлектә светофорҙың ҡыҙыл утына үтергә маташа. Был күренеш айырыуса Красная Башкирия ауылы эргәһендәге юл сатында һәм Асҡарҙың Шайморатов менән Йәштәр урамы киҫешкән урында күп ҡабатлана. Руль артындағылар шулай уҡ төп юлдан барыусыны, уң яҡтан килгән машиналарҙы һанға һуҡмай.
Шуға күрә, юл сатына етмәҫ борон уҡ ҡайһы яҡҡа боролорға тейеш икәнлегегеҙҙе аныҡлағыҙ, шул тарафҡа боролош сигналы күрһәтегеҙ, светофор булмаған осраҡта, төп юлдан килеүсене мотлаҡ үткәрегеҙ, боролор алдынан уң яҡтан хәүеф юҡлығына иғтибар итегеҙ. Йәйәүлеләрҙе үткәрегеҙ, хатта улар ҡыҙыл утҡа сығып барһа ла.
Рөхсәт ителгән тиҙлекте арттырмағыҙ, ҡыумағыҙ. Биш минутҡа алдан барып етәм тип, мәңгелек ҡайғыға дусар булырға мөмкин икәнлеген онотмағыҙ. Һауа торошон да күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, айырыуса ҡараңғыла ҡыуыу яҡшыға килтермәй.
Ҡаршы һыҙатҡа сығыу — иң ҡурҡыныс маневрҙарҙың береһе булып тора. Яңыраҡ ҡына Магнитогорск — Сибай трассаһында шәп тиҙлектә ҡаршы һыҙатҡа сығыу арҡаһында ВАЗ менән сит ил маркалы машина бәрелешеп, ВАЗ-дың водителе лә, пассажиры ла һәләк булды. Сәғәтенә 80 километр менән барып, ҡаршы килгән машина менән бәрелешеү — 9-сы ҡаттан ҡаҡ асфальтҡа ҡолап төшөү менән бер.
Алда барған машинаны уҙыр алдынан ҡаршы һыҙатта башҡа транспорт сараһы, кеше, мал юҡлығына инанығыҙ, юл билдәләренә иғтибар итегеҙ. Ныҡлы ышаныс булмаһа, тәүәкәлләмәгеҙ. Әгәр һеҙҙе уҙырға ниәтләйҙәр икән, ул водителгә ҡамасаулап, юл бирмәй йә тиҙлекте арттырып, хәүефле хәл тыуҙырмағыҙ.
Тағы бер нисә мөһим ҡағиҙәне иҫегеҙгә төшөрөп үтергә кәрәктер:
- эсһәгеҙ, рулгә ултырмағыҙ;
- машинаға идара иткәндә телефондан һөйләшмәгеҙ, смс яҙмағыҙ: иғтибарҙы бер секундҡа ситкә ебәреү ҙә ҡайһы саҡта кеше ғүмеренә тиң;
- ярһыған, йоҡоғоҙ туймаған осраҡта юлға сыҡмай тороғоҙ;
- хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағырға онотмағыҙ;
- балаларҙы махсус креслола ғына йөрөтөгөҙ;
- ямғыр, томан, боҙлауыҡ мәлендә авариялар һаны 25 процентҡа арта икәнлеген хәтерҙә тотоғоҙ.
Йәйге миҙгелдә водитель танытмаһы булмаған үҫмерҙәрҙең, хатта эскән килеш, руль артына ултырыу осраҡтары теркәлде. Мәҫәлән, 26 августа Амангилде ауылынан 16 йәшлек егет автомобилгә идара итеп, Үтәгән ауылы эргәһендә аварияға тарый. Юл-транспорт ваҡиғаһында уның 17 йәшлек пассажиры ауыр йәрәхәттәр ала. Был факт буйынса йәш водителгә енәйәт эше ҡуҙғатылды, тикшереү бара.
Быларҙан тыш, һуңғы аҙнала районда малдар менән бәрелешеү осраҡтары йышайҙы. Таштимерҙә, Ҡушыйҙа, Ҡолоҡаста юлда торған һыйырҙар авария сәбәпсеһе булды, йылҡы малы һаман трасса буйында утлай. Мал хужалары ҡояш байығанға тиклем һыйыр-башмаҡтарын йыйып алһа ине.
Резеда ХӘСӘНОВА яҙып алды.