+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Сентябрь 2019, 12:33

Тағы ла ҡарауһыҙ малдар тураһында

Ауыл ерлегендәге юл-транспорт ваҡиғаларына йыш ҡына һыйырҙар йә йылҡылар сәбәпсе була.

Ауыл ерлегендәге юл-транспорт ваҡиғаларына йыш ҡына һыйырҙар йә йылҡылар сәбәпсе була. Миҫалды ситтән эҙләргә кәрәкмәй: үҙебеҙҙең район биләмәһендә лә ундай күңелһеҙ хәлгә тарыусылар бихисап. Һуңғы осорҙа ғына Асҡар – Дәүләт йүнәлешендә малдарға бәрелеүгә бәйле ике авария булды. Ауыл биләмәләре башлыҡтарының был аҙналағы кәңәшмәһендә ошо мәсьәләгә айырым иғтибар бүленде.

Закон буйынса йорт хайуандары өсөн уның хужаһы яуаплы. Эйәле мал ҡараулы булырға тейеш. Юлға сығып, автомобиль аҫтында ҡалған осраҡта ла, күрелгән зыянды водителгә мал хужаһы ҡапларға бурыслы. Әммә юлдарҙа күпме генә аяныслы хәл-ваҡиғалар булып тормаһын, ғүмерҙәр ҡыйылмаһын — трассала йөрөгән малдар кәмемәй. Ҡарауһыҙ мал, юлдарҙағы хәүеф, авариялар өсөн, был хәл ҡайһы ауыл биләмәһендә булыуына ҡарап, урындағы үҙидара башлығының да башынан һыйпамайҙар. Ниндәйҙер бер йүнһеҙ хужа (берәү генә булһа икән!) һыйырын көтөүгә ҡыумаған, йәки кискеһен алып ҡайтып кәртәгә япмаған, йәиһә өйөр-өйөр йылҡыһын көтөүсеһеҙ иркен утлауға сығарып ебәргән өсөн килеп тыуған ваҡиға урынына полиция, «Тиҙ ярҙам» кеүек ашығыс хеҙмәттәр, ветстанция хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән ауыл биләмәһе башлығы ла килеп етергә тейеш. Нимә эшләргәме? Малдың кемдеке булыуын асыҡлауҙа ярҙамлашырға! Биркаланған, чип ҡуйылған, йәғни «Регагро» мәғлүмәт системаһында теркәлгән малдарҙың хужаһын табыуы ҡыйын түгел. Ләкин тамғаланмағандары ла бар. Әлеге лә баяғы закондарҙы һанламаған, йәмәғәт ҡанундарына буйһонмағандарҙыҡы улар. Ауыл халҡынан һорашып, хужаһын асыҡлағанда ла, йәки ҡазаланған мал ҡанһырап йорт ҡапҡаһының алдына килеп ауған осраҡтарҙа ла яуаплылыҡтан ҡасып: «Минеке түгел», — тип танымаҫҡа маташҡандары ла бар.

— Һуңғы осорҙа берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә юлда малдар тороуы тураһында хәүефле хәлде иҫкәрткән сигналдарҙың күбәйеүе, аварияларҙың йышайыуы был мәсьәлә буйынса контролде көсәйтеүҙе көн үҙәгенә ҡуя, — тине район башлығы И. Т. Нафиҡов.

Юл-патруль хеҙмәтенең өлкән инспекторы А. И. Рысҡужин ағымдағы йылда район биләмәһендә малдар ҡатнашлығында 33 юл-транспорт ваҡиғаһы булыуы, иң күп авариялар Ташбулат ауыл биләмәһенә тура килеүе (9 осраҡ), Таштимер, Амангилделә 6-шар, Красная Башкирия һәм Асҡарҙа 4-шәр авария теркәлеүе тураһында хәбәр итте. 33 осраҡтың 7-һендә генә малдарҙың хужаһы асыҡланып, улар административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Аварияға сәбәпсе булған йорт хайуанының хужаһы, беренсенән, административ штраф түләргә, икенсенән, машинаға килтерелгән зыянды ла күтәрергә тейеш. Быйыл район ауылдарының береһендә булған бер юл ваҡиғаһы һыйыр хужаһының бәхетенә 1000 һумлыҡ штраф менән генә тамамланғандай була, сөнки машинаның КАСКО-һы бар. Әммә тиҙҙән страховкалау компанияһы автомобилде йүнәтеүгә сарыф ителгән сығымдарҙы түләттереү өсөн мал хужаһын судҡа бирә. Ә сумма ярайһы ғына ҙур.

Ошондай ауыр хәлдәргә тарымаҫ өсөн тәү сиратта малдарҙың көтөүсе ҡарамағында булыуы шарт. Көҙ етеп, көндәр һалҡынайыу менән урындарҙа көтөүҙең рәте китә башлауы бер кемгә лә сер түгел. Район башлығының беренсе урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов биләмә башлыҡтарына көтөүселәр менән төҙөлгән килешеүҙә билдәләнгән ваҡытҡаса малдарҙың көтөлөүен контролдә тотоу кәрәклеген әйтте. Башлыҡтар көтөүсе табыуы йылдан-йыл проблемаға әйләнә барыуына борсолоу белдерҙе. Ҡышҡы осорҙа уларҙың мәшғүллеге тәьмин ителһә, көтөүселәрҙе тоторға булыр ине, тигән тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.

Малдарҙы тамғалау мәсьәләһе буйынса ла асыҡлыҡ индереүҙе талап иткән һорауҙар күп ине. Мәҫәлән, бәғзе бер малдарҙың биркаһы булһа ла, улар «Регагро» системаһында теркәлмәгән. «Элегерәк ҡуйылған биркалар менән шулай килеп сыға. Ләкин уларҙы ветеринар журналынан асыҡлап була», — тип яуапланы ветстанция белгесе Н. Ҡ. Нәжметдинов. Бөтөнләй тамғаланмаған малдарға килгәндә, ветеринарҙар өй беренсә көҙгө эшкәртеүҙе башҡарғанда бер юлы биркалау мөмкинлеге әйтелде.

Проблема бар, уны бөтөрөү, юл һәләкәттәрен киҫәтеү саралары буйынса төрлө фекерҙәр тыңланды. Малдарын ҡарауһыҙ, үҙ яйына йөрөтөп ҡуйған баш-баштаҡ хужаларға, фермерҙарға гранттар, субсидиялар бирмәҫкә кәрәк тигән тәҡдим дә яңғыраны.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.


Читайте нас: