+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Октябрь 2019, 17:08

Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар ололарға таратылды

Бөгөн Асҡар ауылында йәшәүсе 55 йәштән оло, яңғыҙ кешеләргә янғынды иҫкәртеүсе сигнал ҡоролмалары таратылды

Бөгөн Асҡар ауылында йәшәүсе 55 йәштән оло, яңғыҙ кешеләргә янғынды иҫкәртеүсе сигнал ҡоролмалары таратылды. Бындай ярҙам Р. Харрасова, Ф. Зәйнуллина һәм З. Лавреноваға күрһәтелде.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары М. Х. Задин, Күсем руднигындағы янғын часы начальнигы Й. Й. Шаһиев, Асҡар ауылы биләмәһе башлығы Д. И. Харрасов, район башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес Р. З. Мөхәмәтдинов, янғын һүндереү профилактикаһы буйынса инженер-инструктор Р. И. Ғиниәтуллин йорттарҙа булып, янғын хәүефһҙелеге ҡағиҙәләрен аңлатты, ҡорлмаларҙы ҡуйып сыҡты.
Районға бөтәһе 200 дана иҫкәртеүсе ҡоролма бүленгән бүленгән, шуларҙың 40-ы Асҡар ауылына бүленһә, ҡалғандары башҡа ауыл биләмәләренә таратыласаҡ. Янғын һүндереү частәренән алыҫта урынлашҡан бәләкәй ауылдарҙа төтөндө һәм янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар менән бөтә йорттарҙы йыһазландырыу маҡсат итеп ҡуйылды.
Регина ИШБУЛДИНА.
Читайте нас: