+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Октябрь 2019, 10:53

Маҡсат бер: ғүмерҙәрҙе һаҡлау

“Однозначно” булырға тейеш!” Башҡортостанда ошондай исем аҫтында киң масштаблы социаль кампания эш башланы. Ул “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” өҫтөнлөклө милли проекты, “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” федераль проекты сиктәрендә ойошторола.

“Однозначно” булырға тейеш!” Башҡортостанда ошондай исем аҫтында киң масштаблы социаль кампания эш башланы. Ул “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” өҫтөнлөклө милли проекты, “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” федераль проекты сиктәрендә ойошторола.

Был акцияға Башҡортостан да ҡушылды. Ошо йәһәттән ҙур матбуғат конференцияһы ойошторолдо.

“Однозначно”ның маҡсаты кампания сиктәрендә юл-транспорт һәләкәттәрен һәм юлдарҙа ҡорбандар һанын кәметеү. Был проект әле илдең 13 төбәгендә эшләй башланы, беҙ – 14-се.

– Маҡсат бер: ғүмерҙәрҙе һаҡлау. Һәр кем саҡ ҡына булһа ла юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙа, тиҙлекте арттыра. Ул әллә ни күп тә түгел кеүек, тик һеҙҙең йәки башҡаларҙың ғүмере тап шул арттырылған сәғәтенә 5-10 километрҙан тороуы ихтимал, – тине “Хәүефһеҙлек хәрәкәте” эксперт үҙәге етәксеһе Валентина Кульбицкая.

Кампания барышында юлда үҙеңде нисек дөрөҫ тотоуға арнап балалар һәм үҫмерҙәр менән төрлө дәрестәр ойоштороласаҡ. Йәштәргә барып етһен өсөн, уларҙың мөхите – интернетта ла төрлө саралар ҡаралған. Мәҫәлән, челлендждар ойоштороу, 21 көн ҡағиҙә боҙмай йөрөүҙе пропагандалау һәм башҡалар. Сауҙа үҙәктәрендә, автомәктәптәрҙә, заправкалау станцияларында, парктарҙа һәм йәйәүлеләр үткәүелдәрендә мәғлүмәти-аңлатыу акциялары ойоштороласаҡ.

Матбуғат конференцияһында республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов та ҡатнашты.

– Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – дәүләт тарафынан ҡушылған мөһим бурыстарҙың береһе. Әлеге социаль проект та ошоға йүнәлтелә, шуға күрә уға һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ. Беҙҙең бурыс ҡағиҙә боҙғандарға яза биреү түгел, ә ҡорбандарҙы кәметеү, – тине ул.

Динар Заһит улы белдереүенсә, быйыл туғыҙ айҙа, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда авариялар һәм уларҙағы ҡорбандар һанын кәметеүгә өлгәшелде. Тик барыбер күрһәткестәр ҡурҡыныс. Быйыл туғыҙ ай эсендә 315 кеше һәләк булған, уларҙың 15-е – балалар.
Читайте нас: