Шәмбе Ташбулат ауылының Ҡарабалыҡты күле буйында төҙөлөп ятҡан шәхси йорттар ихаталарының берәүһендә янғын сыҡты. Был хаҡта хәбәр алыу менән янғын һағы хеҙмәткәрҙәре, полиция, медиктар шунда уҡ урынға килеп етте. Янғын һүндереүселәр көслө ут тулыһынса ялмап алған тимер будканы һүндергәс, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс кешенең — Силәбе өлкәһенән ике ир һәм бер ҡатындың мәйете табылды. Тәфтиш комитеты тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Был фажиғә көндөҙгө сәғәт 2-лә теркәлде, төҙөлөш майҙансығы кәртәләп алынғанлыҡтан, унда кемдәр бар, нимә эшләнә — берәү ҙә күрмәй ҙә белмәй ҙә. Төтөн көсәйеп, ситтән күренгәс, кешеләр янғын һағына шылтырата. Ә был хәл төндә, халыҡ йоҡлаған мәлдә булһа, ут тирә-яҡҡа таралмаҫ, тип бер кем дә әйтә алмай.
Ошо фажиғә сәбәпле, Ташбулат ауыл биләмәһе хакимиәтендә сираттан тыш кәңәшмә уҙҙы. Унда райондың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ағзалары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе вәкилдәре лә ҡатнашты.
— Республика буйынса бөгөнгө көнгә 9831 янғын сығып, унда былтырғыға ҡарағанда 36-ға күберәк кеше янып үлде. Көҙ миҙгеле тип, халыҡ үлән, сүп-сар күпләп үртәй, шуға ла янғындарҙы иҫкәртеү эшен әүҙемләштереү, уларҙа кеше үлеменә юл ҡуймау — беҙҙең беренсел бурыс. Бына бөгөнгө фажиғәгә килтергән сәбәптәрҙе барлап, ҡайҙа еткерә эшләмәүебеҙ хаҡында һөйләшеү мөһим. Әбйәлилдә янғындарҙы иҫкәртеү, утта кешеләрҙең һәләк булыуына юл ҡуймаҫ өсөн ниндәй саралар күрелә? — Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары, подполковник Р. Фәйзуллиндың ошо һорауына райондың ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе Ф. Р. Махийәнов отчет тотто.
— Район биләмәһендә янғындарҙы иҫкәртеү эше даими бара. Профилактик төркөмдәр уҡытыла, улар өй һайын йөрөп, халыҡ араһында иҫкәртеү әңгәмәләре үткәрә. Айырыуса эскелек менән мауыҡҡан ғаиләләрҙе, яңғыҙ йәшәгән ололарҙы иғтибар үҙәгендә тотабыҙ. Оҙайлы байрамдар мәлендә йорттарға янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар ҡуйыу эшен әүҙемләштерәбеҙ. 2016 йылдан алып район ярҙамы менән 5044 ошондай ҡоролма ҡуйылды. Әлегә янғынды иҫкәртеү ҡоролмалары менән тәьмин ителеш район буйынса 30 процент, Ҡырҙас ауыл биләмәһендә 52 процент. Йыл аҙағына тиклем биш ауылда барлыҡ торлаҡ йорттарҙы тәьмин итеү күҙаллана. Әбйәлилдә ошо ҡоролма арҡаһында янғынды иҫкәртеү осраҡтары аҙ түгел. Бөгөнгө фажиғәгә тиклем янғында һәләк булыусылар юҡ ине. Асыҡланыуынса, төҙөлөш барған майҙансыҡтарҙы күҙ уңынан ысҡындырғанбыҙ. Төҙөүселәр төҙөлөш барған урында эшләй ҙә, шарттар булһа ла, булмаһа ла шунда уҡ йәшәй ҙә. Бындай урындарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөмкинлеге булманы. Был хәл төҙөлөүсе майҙансыҡтарҙа ваҡытлыса йәшәгәндәрҙе, йәшәү шарттарын, янғын хәүефһеҙлеге күҙәтелеү-күҙәтелмәүен тикшереү мотлаҡ тигән фекергә килтерҙе. Бынан ары төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙы биргәндә, уға ҡушып янғынды булдырмау ҡағиҙәләре яҙылған иҫкәрмә ҡушып таратыласаҡ. Төҙөлөш барған урындарҙы шулай уҡ асарбаҡтар, эскеселәр төйәк итергә әҙер тора, уларҙы иғтибар үҙәгендә тотасаҡбыҙ, — тине Фуат Рәфҡәт улы. Ул шулай уҡ ялған араҡы һатыусыларҙың эшмәкәрлеген туҡтатыу буйынса районда алып барылған эш хаҡында ентекле бәйән итте.
Ташбулат ауыл биләмәһе башлығы Динис Таһиров белдереүенсә, биләмә ауылдарында йәшәгән 55 йәште үткән яңғыҙ йәшәүселәрҙең йорттарына янғынды иҫкәртеү ҡоролмалары ҡуйыу эше бара. Бер һүҙ менән әйткәндә, янғындарҙы иҫкәртеү эшен артабан әүҙемләштереү күҙаллана.
Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Вәсилә Абсаҙыева ла биләмә ауылдарында ут сығыу осраҡтарын иҫкәртеү буйынса башҡарылған эштәр хаҡында отчет тотто. Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре шылтыратыу буйынса тиҙ арала килеп еткән. Әммә төҙөлөш ҡыҙыу барған биҫтәлә янғын урынына үтеүе анһат булмаған, сөнки хәүефһеҙлек юлдары ҡапланған була, законһыҙ шлагбаумдар урынлаштырыла, бейек ҡоймалар тыҡрыҡтарҙы ҡаплай.
Министрлыҡ вәкиле янғынды профилактикалау төркөмдәре йорттарға инә алмағанда, полиция, газ, свет тикшереүселәр менән берлектә йөрөргә кәңәш итте. Мунса менән һарайҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тейеш тине ул. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төҙөлөшкә ялланыусыларҙы миграция хеҙмәте менән паспорт режимын тикшерергә, тигән ҡарарға килде.