+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Октябрь 2019, 11:08

Төньяҡ һәм Тымыҡ океан флоттарының хәрби уҡыуҙары үтте

Рәсәй Ҡораллы Көстәренең баш хәрби командующийы Владимир Путин «Гром» команда-штаб күнекмәләре сиктәрендә стратегик ғәскәрҙәрҙең әҙерлеген тикшерҙе.

Рәсәй Ҡораллы Көстәренең баш хәрби командующийы Владимир Путин «Гром» команда-штаб күнекмәләре сиктәрендә стратегик ғәскәрҙәрҙең әҙерлеген тикшерҙе.
Күнекмәне ул РФ Оборона идаралығының милли үҙәгенән алып барҙы. Күнекмә барышында Баренц һәм Охот диңгеҙҙәре акваторияһындағы һыу аҫты кәмәләренең баллистик ракеталар ебәреүгә һәләтлелеге ҡаралды.
Бынан тыш хәрби күнекмәлә Төньяҡ флоты һәм Каспий флотилияһының караптары ла ҡатнашты, улар иң мәргән һаналған «Калибр» ракеталарын ебәреп ҡараны. Караптар менән бер рәттән алыҫ авиация самолеттары Ту-95 МС-тар һыналды.
«Плесецк» космодромынан «Ярс» ракета комплексы расчеты Камчаткалағы «Кура» полигонына континет-ара баллистик ракета ебәреүҙе һынаны.
Күнекмәләргә 12 меңдән ашыу хәрби, 15 карап, 5 һыу аҫты кәмәһе, 310 хәрби техника берәмеге йәлеп ителде.
Читайте нас: