+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Октябрь 2019, 12:15

Ҡыш яҡынлаша

Һауа торошондағы үҙгәрештәргә нисек әҙерләнергә һәм юл-транспорт ваҡиғаларына тарымаҫҡа.

Һауа торошондағы үҙгәрештәргә нисек әҙерләнергә һәм юл-транспорт ваҡиғаларына тарымаҫҡа.

Йәй һәм көҙҙөң йылы көндәре артта ҡалды, Башҡортостанда һауа температураһы төшә барып, нулдән түбән күрһәткестәргә етте. Көндәр һиҙелерлек ҡыҫҡарҙы, тауҙарҙа күптән ҡар ята. Календарҙә көҙ айы тип билдәләнһә лә, беҙ барыбыҙ ҙа республикабыҙҙа ҡыштың өс ай түгел, ярты йылға һуҙылыуын яҡшы беләбеҙ. Автомобилдәрҙе һалҡын миҙгелгә әҙерләү мәле лә етте. Юл-транспорт ваҡиғаларына тарымаҫ өсөн тәү сиратта нимәләр белеү һәм нимәгә иғтибар итеү зарурлығы хаҡында һөйләмәксебеҙ.

Әгәр һеҙ йәйәүле булһағыҙ:

1) Күптәр әле булһа машина фараһы яҡтыһында кешене яҡшы күреп була тип һанап, яңылыша. Ысынында, бер нәмә лә күренмәй һәм водителдең күҙ уңында булыу өсөн берҙән-бер һөҙөмтәле алым – яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтары булған кейем кейеү.

2015 йылда йәйәүлеләргә ҡараңғы мәлдә тап ошондай кейем кейеү талабы ҡуйылды. Түбәндәге осраҡтарҙа уны үтәү мотлаҡ:

- Һеҙ юл аша сығаһығыҙ, юл ситенән бараһығыҙ;

- Урамда ҡараңғы йәки һауа торошо арҡаһында тирә-яҡ насар күренә;

- Һеҙ ауыл йәки ҡала ситендәге юлдаһығыҙ.

Әгәр был ҡағиҙәне үтәмәһәгеҙ, иҫкәртеү яһаясаҡтар йәки 500 һум штраф һаласаҡтар. Был хаҡта Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең дүртенсе пунктында ентекле яҙылған.

Яҡтылыҡты сағылдырыусы билдәләрҙе, беләҙектәрҙе, йәбештереп ҡуя торған элементтарҙы хужалыҡ тауарҙары магазинынан йәки интернет аша һатып алырға мөмкин. Хаҡы ҡиммәт түгел – 50-100 һум самаһы.

2) Ҡышҡы һәм көҙгө миҙгелдә халыҡ араһында таралған «мин юл аша үтеп өлгөрәм» тигән «әйтем» хәүефлегә әйләнә. Балаларға аңлатығыҙ: машина шунда уҡ туҡтай алмай, хатта ныҡ итеп тормозға баҫҡан хәлдә лә, ул хәрәкәт итеүҙән туҡтамаясаҡ. Ул нисә метр үтеүе ихтимал – быныһы инде бер нисә факторҙан тора: машинаның тиҙлеге, водителдең реакцияһы, асфальттың һәм тәгәрмәстәрҙең сифаты, һауа торошо һәм башҡалар. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, сәғәтенә 60 километр менән барған машинаның тормоз юлы 24 метр, ә 96 километр менән елгән осраҡта 55 метр тәшкил итә. Шуға күрә юл аша сығыр алдынан бик иғтибарлы булығыҙ: машиналар юҡлығына инанығыҙ! Әйтеүебеҙсә, улар тиҙ генә туҡтай алмай!

3) Миҙгелгә ярашлы уңайлы аяҡ кейеме һайлағыҙ. Бәлки, был фекер ҡыҙыҡ яңғырайҙыр, әммә йәйәүлеләргә лә «резина алмаштырыу» мотлаҡ. Ни өсөн тигәндә, тайғаҡ, уңайһыҙ ботинка һәм кроссовкиҙар киҫкен хәл килеп тыуған осраҡта ҡамасау тыуҙырыуы мөмкин: тайып йығылыуығыҙ ихтимал, кәрәккәндә тиҙлекте арттырып йәки ситкә һикереп тә булмауы бар.


Әгәр һеҙ водитель булһағыҙ:

- Уртаса һауа температураһы биш градус йылынан түбән төшөү менән машинағыҙҙың тәгәрмәсен ҡышҡыға алмаштырығыҙ. Һалҡында йәйге шина үҙенең сифаттарын юғалта, ә һауа температураһы минусҡа төшһә, бөтөнләй хәүефлегә әйләнә. Боронғоларҙың аҡыллы һүҙен иҫтә тотоғоҙ: «Һаран ике тапҡыр түләй». Шуға күрә яҡшы сифатлы шина алырға тырышығыҙ. Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмере ундай ваҡ әйберҙәрҙән күпкә ҡиммәтерәк бит. Бер иш һүрәтле шина ҡуйырға тырышығыҙ, әгәр улар төрлө булһа, машинаны ситкә тартасаҡ.

Мотлаҡ рәүештә ҡышҡы осор өсөн тәғәйен май ҡулланығыҙ, шыйыҡлыҡтарҙы туңмай торған төргә алмаштырығыҙ, аккумуляторҙың торошон тикшерегеҙ. Ҡышҡы көн бик ҡыҫҡа, шуға күрә фараларҙың торошона иғтибарлы булығыҙ, сафтан сыҡҡандарын алмаштырығыҙ.

- Барасаҡ маршрутты алдан билдәләгеҙ. Был йәһәттән мәғлүмәткә ҡытлыҡ юҡ: юлдарҙағы хәл-торош хаҡында даими рәүештә радио аша хәбәр итәләр, ЮХХДИ-ҙың һәм яңылыҡтар сайттарында, социаль селтәрҙәге төркөмдәрҙә яҙып торалар. Әгәр һауа торошонда үҙгәрештәр көтөлһә, урындағы власть органдары артыҡ ҙур ихтыяж булмаһа, юлға сыҡмау зарурлығы хаҡында даими иҫкәртеп тора. Бигерәк тә таулы урындарҙа һаҡ булырға кәрәк. Алдағы көндәрҙә һауа торошоноң нисек буласағы хаҡында белешеү, үҙеңдең ҡайҙа йыйыныуың тураһында яҡындарыңды иҫкәртеү мотлаҡ.

- Алда барған автомобиль менән ҙурыраҡ ара һаҡларға тырышығыҙ. Әгәр ул ҡапыл туҡтаһа йәки водитель идара итеү һәләтен юғалтһа, һеҙҙең бер нисә секунд булһа ла запас ваҡытығыҙ буласаҡ. Тәжрибәле водителдәр насар һауа шарттарында ниндәй ара күренә, шул сама тиҙлек һаҡларға тәҡдим итә. Мәҫәлән, күренгән ара 30 метр булһа, сәғәтенә 30 метр тиҙлек менән барыу хәйерле.

- Машинағыҙҙы ҡарҙан тулыһынса таҙартырға иренмәгеҙ. Хатта автомобилдең ҡыйығындағы ҡар ҙа хәүеф сығанағы булыуы – хәрәкәт ваҡытында иреп, алғы тәҙрәне ҡаплауы, алғы күренеште сикләүе ихтимал.

- Кеҫә телефоны өсөн махсус ҡорамалдар һатып алығыҙ. Руль артында телефон менән һөйләшеү тыйыла, бының өсөн 1500 һум штраф ҡаралған. Әммә эш аҡсала ғына түгел. Телефондан һөйләшеү иғтибарҙы кәметә, һеҙ туҡтаған машинаға төкөлөүегеҙ йәки юлға йүгереп сыҡҡан баланы күрмәй ҡалыуығыҙ бар. Тайғаҡ осорҙа бөтә иғтибар юлда булырға тейеш, шуға күрә телефондан һөйләшмәй тороғоҙ йәки махсус гарнитура ҡулланығыҙ. Ул бөтә мобиль элемтә магазиндарында һатыла.


Читайте нас: