+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Октябрь 2019, 11:42

Янғынды киҫәтеү маҡсатында

Асҡар ауылында йәшәүсе оло йәштәгеләргә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар таратылды.

Асҡар ауылында йәшәүсе оло йәштәгеләргә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар таратылды.

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары М. Х. Задин үткән аҙнала районда булып, янғын хәүефһеҙлеге буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Артабан ул, район башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов, Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Д. И. Харрасов, Күсем руднигындағы янғын һүндереү часы начальнигы Й. Й. Шаһиев, хакимиәттең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Р. З. Мөхәмәтдинов менән берлектә аҙ тәьмин ителгән оло быуын вәкилдәрендә булды. Улар Асҡарҙағы бер нисә ғаиләгә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма таратып, уны йортҡа урынлаштырып, инструктаж үткәрҙе.Махсус датчик бик һиҙгер, ул әҙ генә төтөн еҫе, ут булған осраҡта көслө тауыш бирә башлай. Йоҡлап ятҡанда ла уның тауышына уянып, ялҡынды һүндерергә, янғынды киҫәтергә була.

Сигнал ҡоролмалары түбәндәге категорияларға ҡараған граждандарға бушлай бирелә:

- 55 йәштән оло булған һәм яңғыҙ йәшәгән кешеләр;

- аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләр;

- социаль яҡтан хәүефле тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр;

- 2018 йылдың ғинуарынан алып бөгөнгәсә сабыйы тыуған ғаиләләр.

— Районға бөтәһе 200 дана иҫкәртеүсе ҡоролма бирелде, шуларҙың 40-ы — Асҡар ауыл биләмәһенә, ҡалғандары башҡа ауылдарға таратыласаҡ, — тип белдерҙе Фуат Рәфҡәт улы.

— Һәр ауылда һәр йортто янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма менән йыһазландырыу төп маҡсат булып ҡала, — тине Морат Хәлидар улы. — Айырыуса янғын һүндереү частәренән алыҫ урынлашҡан, хәүеф төбәгенә ингән ауылдарҙы иғтибар үҙәгендә тотасаҡбыҙ.

Регина ИШБУЛДИНА.

Читайте нас: