«Лиза Алерт» эҙләү-ҡотҡарыу отряды — волонтерҙарҙың коммерциялы булмаған ойошмаһы. Ул 2010 йылда формалашҡан һәм шул ваҡыттан алып, хәбәрһеҙ юғалған кешеләрҙе, балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнә. Ойошманың һәр төбәктә филиалдары, координаторҙары бар.
Уҙған йылда ғына «Лиза Алерт» ойошмаһына ярҙам һорап 13996 мөрәжәғәт булған, волонтерҙар шуларҙың 11027-һен иҫән килеш тапҡан, табылған 1519 кеше, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған.
Отрядҡа исем Мәскәү өлкәһенең Орехово-Зуево ауылынан юғалған Лиза Фомкина хөрмәтенә бирелгән. Ул, инәһе менән сентябрь айында урманға сығып китеп, аҙашҡан һәм һалҡын алдырыуҙан һәләк булған. Ҡыҙҙың кәүҙәһе 10 көн үткәс кенә табылған. Лизаны эҙләүҙә үҙ ирке менән 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан һәм шул көндән алып, был изге йөрәкле егеттәр һәм ҡыҙҙар отрядҡа берләшергә, ил буйынса юғалған кешеләрҙе эҙләү менән шөғөлләнергә ниәтләй.
2017 йылда отряд башҡарған фәһемле эштәре өсөн ил Президенты Владимир Путиндың Рәхмәт хаты менән билдәләнә.
Бөгөн «Лиза Алерт»тың бүлексәләре Рәсәйҙең һәр ҡалаһында бар, ирекмәндәр һаны артҡандан-арта. Эшләү осоронда улар 40 мең кешене эҙләүҙә ҡатнашҡан. Улар быны үҙ ирке менән, бушлай башҡара.
Координаторҙар кеше юғалыуы тураһында хәбәр иткәндән һуң, шул төбәктә булған волонтерҙар йәһәт кенә туплана һәм маҡсат ҡуйып, эҙәрмәнлек эшен башлай. Ауыл-ҡалаларҙа кеше юғалыуы тураһында листовкалар йәбештереү ҙә улар иңендә.
Отрядтың етәксеһе Григорий Сергеевтың инициативаһы менән 2014 йылда дауаханаларға эләккән билдәһеҙ кешеләрҙең берҙәм базаһы булдырыған, 2017 йылда балаларҙы эҙләү буйынса берҙәм система булдырырға тәҡдим ителгән.
Волонтерҙар балаларҙы бәләнән йолоп ҡалыу маҡсатында төрлө тренинг, инструктаждар ҙа уҙғара. Мәҫәлән, 2018 йылда улар паркта, уйын майҙансығында йөрөгән балалар менән, ата-әсәләрҙең ризалығын алып, эксперимент үткәрҙе. Уның һөҙөмтәләре шаҡ ҡатҡыс! Өйҙә күпме был турала һөйләп-аңлатып торһалар ҙа, 10 бәләкәстең 9-ы бер ҡасан да күрмәгән, белмәгән әҙәмгә эйәреп китә! Бындай мәлдә ул хәүефһеҙлек тураһында уйлап та бирмәй.
«Лиза Алерт» полиция һәм ҡотҡарыусылар менән берлектә эш итә. Кешенең юғалыу шарттарына ҡарап, кинолог, альпинист, водолаздар ҙа йәлеп ителә.
Рәсәйҙең бөтә төбәктәре өсөн берҙәм «ҡыҙыу линия» һандары — 8-800-700-54-52.