+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Ноябрь 2019, 11:22

Хоҡуҡ һаҡсылары балалар менән осрашты

Тормошта ниндәй генә хәлдәр булһа ла, беҙ балалар именлеген һәр ваҡыт өҫтөн ҡуясаҡбыҙ.

Күңеле менән һәр ата-әсә «Балам һау булһын, имен йөрөһөн», — тип теләй. Тормошта ниндәй генә хәлдәр булһа ла, беҙ балалар именлеген һәр ваҡыт өҫтөн ҡуясаҡбыҙ. Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә балаларға ҡаршы ҡылынған енәйәттәрҙе иҫкәртеү, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау, өйҙән сығып китеүҙәренә юл ҡуймау, бәләкәстәрҙе транспортта ташыу ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшереү маҡсатында ғәйәт ҙур эш башҡара.

Октябрҙә барған «Иғтибар, балалар!» һәм «Үҫмер. Мәшғүллек» профилактик саралары сиктәрендә ЮХХДИ инспекторы Илшат Мырҙагилдин менән бәлиғ булмағандар эштәре буйынса төркөмдөң өлкән инспекторы Сәғиҙә Сафина Рауилдәге балалар йортонда булып, тәрбиәләнеүселәр менән әңгәмә уҙғарҙы.

Сәғиҙә Нуриәхмәт ҡыҙы үҫмерҙәргә каникул осорон файҙалы үткәреү, өлкәндәрҙең рөхсәтенән тыш ситкә сығып китмәү, теләһә ниндәй әҙәмдәр менән аралашмау кәрәклеген аңлатты. Ҡалаға барған арала ла берәҙәк йөрөгән баланы наркотиктар ауына эләктерергә теләүселәр табыла, тине ул. «Һуңынан һеҙҙе унда-бында наркотик йәшереү, уны тейешле урынға алып барып биреү кеүек ҡара эштәрендә файҙаланыуҙары ихтимал, ә бер нисә грамм тыйылған матдә менән тотолған осраҡта ла 10 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай», — тип аңлатты инспектор.

Илшат Марат улы, үҙ сиратында, юлда йөрөү, транспортта үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен аңлатты, шулай уҡ, күрмәгән-белмәгән «попутка»ға ултырып китеүҙең хәүефле булыуы тураһында һөйләне. Таныш түгел водителдәргә ултырып сығып киткән балаларҙың юғалыу осраҡтары йыш булыуын да аңлатты. Ул ҡараңғы мәлдә трассала, ауыл урамдарында ла үҙеңде билдәләү мөһим тип, балаларға яҡтылыҡты ҡайтарыусы медальондар таратты.

Хоҡуҡ һаҡсылары оло юлдың уртаһында урынлашҡан Ишҡол ауылында ла трасса ситенән йөрөү хәүефле икәнлеген билдәләп, бындағы балалар баҡсаһына инеп сыҡты. Кескәйҙәргә хәүефһеҙлек дәресе үткәргәндән һуң, инспекторҙар уларға ҡыҙыҡлы һорауҙар ярҙамында юл ҡағиҙәләрен аңлатты һәм шулай уҡ, һәр балаға яҡтылыҡты ҡайтарыусы брелоктар бүләк итте.

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: