-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Ноябрь 2019, 13:07

Дружинасылар эшен йәнләндерергә

Район хакимиәте тәүге тапҡыр ирекле халыҡ дружиналары эшмәкәрлеге буйынса семинар-кәңәшмә уҙғарҙы. Һөйләшеүҙә район хакимиәте башлығының урынбаҫарҙары Р. Б. Фәттәхов менән И. Ә. Хәсәнов, район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев ҡатнашты.

Район хакимиәте тәүге тапҡыр ирекле халыҡ дружиналары эшмәкәрлеге буйынса семинар-кәңәшмә уҙғарҙы. Һөйләшеүҙә район хакимиәте башлығының урынбаҫарҙары Р. Б. Фәттәхов менән И. Ә. Хәсәнов, район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев ҡатнашты.

Йәнгел биләмәһендә ирекле халыҡ дружиналары бик әүҙем эшләй. Уларҙың тәжрибәһен уртаҡлашыу, эштең нисек ойошторолоуын башҡа ауыл биләмәләре башлыҡтарына күрһәтеү маҡсатында семинар ойошторолдо. Урындағы хакимиәт башлығы Рөстәм Ҡадиров ирекле халыҡ дружиналары ойошторолғандан бирле биләмәлә тәртип боҙоуҙар кәмеүе хаҡында һөйләне. Участковый уполномоченный Салауат Яхиндың дружина менән берлектә эшләүе тураһында әйтте. Ирекле халыҡ дружинаһы командиры Айнур Шакиров 2016 йылда булдырылған йәмәғәт ойошмаһының составы даими рәүештә яңыртылып тороуы, үҙҙәренең уставы, исемлек, дежур итеү графиктары, иҫәп журналдары булыуы хаҡында һөйләп үтте. Ирекле дружинала тороусылар йома, шәмбе һайын киске ундан ун ике сәғәткә тиклем ауылдың йәмәғәт урындарында дежур итә, әгәр хоҡуҡ һәм тәртип боҙоуҙар асыҡланһа, протокол төҙөлә. Үҙҙәренең штабы урынлашҡан биләмә хакимиәте бинаһында дежурлыҡтың нисек үтеүе тураһында отчет биргәс кенә ҡайталар. Дружинасылар Айҙар Мөхәмәтшин менән Радмир Шакиров повязка таҡҡан, таныҡлыҡтары булған кешеләрҙе осратҡанда төнөн урамда йөрөргә яратыусылар, йәш-елкенсәк әллә ни тәртип боҙмауын билдәләне.Ирекле халыҡ дружиналары штабы начальнигы Динис Сәйетғәлин үҙенең сығышында райондың ун биш ауыл биләмәһендә лә ДНД-лар ойошторолоуы, устав һәм положениелары ҡабул ителеүе, ағзалар исемлеге, дежур итеү графиктары билдәләнеүен белдерҙе. Йәғни, дружиналар булыуы документтарҙа раҫланған, тик улар ысынбарлыҡта эшмәкәрлек алып бармай. Тап шуның өсөн бөгөн Йәнгел биләмәһенең ирекле халыҡ дружинаһы эшмәкәрлеген күрһәтеү өсөн семинар ойошторолдо тип белдерҙе.

— Иң тәүге сиратта, һеҙгә ирекле халыҡ дружиналары командирҙарын билдәләп ҡуйыр кәрәк, — тине Динис Замир улы ауыл биләмәләре башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп. — Артабан дружинасы булып эшләргә теләгән һәр кем командир исеменә ғариза яҙа. Һуңынан был исемлек паспорт күсермә-ләре менән бергә райондың эске эштәр бүлегенә тикшереү өсөн ебәрелә. Унда буласаҡ ирекле дружина ағзаларының хөкөмгә тарттырылмауы ҡарала. Хоҡуҡ боҙмаған булһа ғына исемлеккә индерелә.

Полицияның участка уполномоченныйҙары бүлексәһе начальнигы Ф. Ә. Ҡадиров районда бөтәһе 150 дружинасы булыуын билдәләп, уларға ниндәй бурыс ҡуйылыуы хаҡында һөйләп үтте. Йыл башынан район биләмәһендә суррогат һатыусыларға ҡаршы иғлан ителгән көрәштә уларҙың ярҙамы ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары И. Ә. Хәсәнов яңыраҡ һөнәри байрамдарын билдәләгән һәм суррогат һатыусыларға ҡаршы ҡәтғи көрәш алып барған участка уполномо-ченныйҙары — Рамил Арғынбаев, Мансур Моратшин, Илшат Ильясов, Ринат Әхмәтов һәм участка уполномоченныйҙары бүлексәһе начальнигы Фәрхәт Ҡадировҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы, артабан да эштәрендә уңыштар теләне.

— Бынан бер нисә йыл элек полиция ла, йәмәғәт ойошмалары ла айырым-айырым эшләне. Тарҡау эштең фәтүәһе лә әҙ булды. Хәҙер тәртип һаҡсылары һәм урындарҙағы советтар бер бурысты тормошҡа ашырыуҙарын аңлап берләште. Төп иғтибарҙы имен булмаған ғаиләләргә йүнәлтергә, эскене бөтөрөү өҫтөндә эҙмә-эҙлекле сәйәсәт барырға тейеш, — тине башлыҡтың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов.

Кәңәшмәлә ауыл биләмәләре башлыҡтары ирекле халыҡ дружиналары кәрәк тигән фекерҙәр белдерҙе.

— Улар урамда патруль итеү, эскән кешеләрҙе тотоу йәки тәртип боҙғандарҙы аҡылға ултыртыу, яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн кәрәк икән тип уйларға ярамай. Ирекле халыҡ дружиналарының тәғәйенләнеше — хоҡуҡ боҙоуҙарҙы киҫәтеү, насар күренештәргә юл ҡуймау, — тине Байым биләмәһе башлығы Йәлил Зәйтүнов. — Семинарҙа үҙебеҙ өсөн фәһемле нәмәләр белдек, был тәңгәлдә эште яҡшы ойошторған Рөстәм Эрнест улына рәхмәт.

— Айнур Шакировтың ысын командирҙарса эшләүе, ауылы өсөн янып тороуы оҡшаны, тап шундай әүҙем, сос егеттәр дружинала булырға тейеш. Хәмиттә лә, Шәриптә лә командирҙар клуб мөдирҙәре. Беҙҙең төбәккә участка уполномоченныйы бик һирәк килгәс, ирекле халыҡ дружинаһы айырыуса кәрәк, — тип билдәләне Хәмит биләмәһе башлығы Фирүзә Ғәҙелшина. — Йәш саҡта беҙ ҙә дружинасы булдыҡ, ул ваҡытта уның абруйы юғарыраҡ ине.

Һөйләшеүҙе район Советы секретары Булат Исламбаев йомғаҡлап, ауыл биләмәләре башлыҡтарына Йәнгел биләмәһенән өлгө алырға, ирекле халыҡ дружинаһы эшен йәнләндереү, абруйын күтәреү өҫтөндә эшләргә саҡырҙы.

Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас: