+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Декабрь 2019, 15:22

"Урман картаһы" һынауҙы уңышлы үтте

Ауырғазы районында "Башҡортостандың урман картаһы" мобиль ҡушымтаһына һынау үткәрелде.

Был ҡушымта республика урман хужалыҡтарының интерактив картаһы рәүешендә бирелгән. Уның аша бүленгән урман кварталдарын, унда алып барылған эштәрҙе, айырыуса һаҡланыусы биләмәләр сиктәрен ҡарарға мөмкин. Башҡортостан халҡы ошо мобиль ҡушымта ярҙамында законһыҙ ағас киҫеү осраҡтарын да иҫкәртә ала.

Бөгөнгө һынау картаның техник мөмкинлектәрен тикшереү, уның уңайлы һәм кире яҡтарын билдәләү өсөн үткәрелде. Сарала БР урман хужалығы министры урынбаҫары Азамат Баев, урман һәм янғын күҙәтеүе дәүләт бүлеге начальнигы Юнир Садиҡов һәм башҡалар ҡатнашты.

Андроид операцион системаһы булған смартфондарға ҡуйылған интерактив ҡушымта уңышлы эшләй, сигнал ебәрә тип табылды. Был урман менән файҙаланыу һәм уны ҡырҡыу юлдарын барыһы өсөн дә асыҡ итергә мөмкинлек бирә.
Читайте нас: