«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты буйынса 2019 йылға планлаштырылған ремонт эштәре Рәсәй буйынса 97 процентты үтеп китте, тип хәбәр итә РФ Транспорт министрлығының пресс хеҙмәте. Был планға ярашлы һалынырға тейешле 128 миллион квадрат метр юлдарҙың 124 миллион квадрат метры эшләнгән тигән һүҙ. Ә ремонт эштәре башҡарылған майҙан ҙурлығы буйынса 80 мең хоккей майҙансығына торошло.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты буйынса 2024 йылға төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙы норма хәленә еткереүҙе 43,1 проценттан 50,9 процентҡа күтәрергә, юл-транспорт ваҡиғалары йыш булған урындар яртылаш, федераль һәм төбәк юлдарындағы көсөргәнеш 10 процентҡа кәметелергә тейеш. Милли проекттарҙы төбәктәрҙән финанслау 6 йыл эсендә 4,139 трлн һумдан ашып китәсәк, федераль бюджеттан 440,9 млрд һум аҡса бүленәсәк.