Республикала йыл аҙағына тиклем фото–видеотеркәү комплекстары һанын 289–ҙан 540–ҡа тиклем арттырыласаҡ. Был «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли пректы буйынса бойомға ашырыла. 2020 йылда тағы 459 камера ҡуйыласаҡ. Шуның менән бергә штраф йыйымы (аҡса республика ҡаҙнаһына йүнәлтелә) быға ҡарамаҫтан пропорциональ артмаған. Республика автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 2018 йылға ҡарағанда 100 меңгә күберәк протокол төҙөлгән, 462 миллион һум штраф түләтелгән. Водителдәрҙең 94 проценты 50 процент дисконт менән түләргә тырыша. Бынан тыш, водителдәр камераларҙың ҡайҙа урынлашҡанын белә, был урындарҙа автомобиль йөрөтөү ҡәғиҙәләрен күҙәтәләр. Быйылғы йылда республикала авариялар, ҡорбандар һәм йәрәхәтләнеүселәр һанын кәметеүҙә ыңғай динамика бар. Әйтәйек, 10 айҙа юл фажиғәләрендә һәләк булғандар 82 кешегә, йәки 18,2% кәмегән (2018 йылдың ғинуар-октябрендәге 450 урынына – 368), йәрәхәтләнеүселәр 265-кә йәки 6% тиерлек аҙыраҡ (4577 урынына 4312). Юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм һаны 6,3% кәмегән, йәғни 229 осраҡҡа аҙыраҡ (3638 урынына 3409).