+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Декабрь 2019, 10:30

Бала бәләгә тарымаһын!

Республикала балалар менән бәйле юл ваҡиғалары йыш күҙәтелә.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл транспортында кескәй пассажирҙарҙы хәүефһеҙ ташыуға ҙур иғтибар бүлә, балалар учреждениеларында юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса төрлө саралар, конкурстар уҙғара.
Ҡаланың 18-се балалар баҡсаһында “Балалар баҡсаһынан йортҡа тиклем бәхетле юл” тип исемләнгән педсовет ойошторолдо. Педагогтар кескәйҙәргә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәткәндә уйын элементтарын ҡулланыу, был мөһим мәсьәләгә ата-әсәләрҙе йәлеп итеү буйынса фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала балалар менән бәйле юл ваҡиғалары йыш күҙәтелә. 11 ай эсендә бәлиғ булмағандар менән бәйле 397 автоавария теркәлгән, уларҙа 20 бала һәләк булған, 423-ө йәрәхәтләнгән.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: