-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Декабрь 2019, 11:30

Милли проект: камералар ҡайҙа ҡуйылған?

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы, быйыл республикала 45 километр яңы юл төҙөлгән һәм булғанының 2109 километры ремонтланған.

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы, быйыл республикала 45 километр яңы юл төҙөлгән һәм булғанының 2109 километры ремонтланған. Күрһәткестәр былтырғы менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға күберәк. Был турала республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдерҙе.
Юл хужалығы комплексы эшенә һөҙөмтә яһап, ведомство етәксеһе яһалма ҡорамалдарға айырыуса ҙур иғтибар бүленеүен белдерҙе Шулай бер йыл эсендә 12 яңы күпер файҙаланыуға тапшырылған, 28-е ремонтланған. Комитет федераль программаға тағы 189 күпер һәм юл үткәргесте индереүгә ғариза тапшырған.
– Был – яңы программа. Ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә хәлде һиҙелерлек төҙәтеү мөмкинлеген бирә. Айырыуса унда “тере” аҡса булыуы мөһим, – тине Радий Хәбиров.
Эштең тағы бер мөһим йүнәлеше – граждандарҙың республика юлдарында хәүефһеҙ хәрәкәтләнеүен тәьмин итеү. Быйыл авариялар һанын кәметеүгә өлгәшелгән. Бында йәйәүлеләр юлын автоном яҡтыртыу системаһы менән ҡорамалландырыу, термопластик менән юл һыҙаттарын билдәләү, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәүсе камералар ҡуйыу ҙа ярҙам иткән. Йыл аҙағына тиклем бындай камералар һаны 540-ҡа етәсәк, 2020 йылдың 1 майына уларҙың һаны 1000 булырға тейеш. Радий Фәрит улы белдереүенсә, яңы камералар тураһындағы мәғлүмәт киң матбуғат сараларында алдан уҡ яҡтыртылырға тейеш.
– Был водителдәр өсөн көтөлмәгән хәл булырға тейеш түгел. Беҙ комплекстарҙы водителгә һунар итеп кеҫә тултырыу өсөн түгел, ә уларҙың ғүмерҙәрен һаҡлау өсөн ҡуябыҙ. Шуға күрә ошо турала алдан хәбәр итеү мөһим, – тине төбәк етәксеһе.
Шулай итеп, һеҙҙең иғтибарға Өфөлә ҡуйылған камералар адрестарын тәҡдим итәбеҙ.
Читайте нас: