+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Декабрь 2019, 10:15

Киләһе йылға пландар ҙур

2020 йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы 107 объектты сафҡа индереү планлаштырылған.

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, 2020 йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы 107 объектты сафҡа индереү планлаштырылған.
Баш ҡалала 70 километр оҙонлоғонда юл ремонтланасаҡ, 12 светофор, юл хәрәкәте менән идара итеүсе 20 автоматик система ҡуйыласаҡ, тротуарҙарға 1200 погон метр ҡойма ҡуйыласаҡ, 131 метрлыҡ күпер һалынасаҡ. Өфө буйынса дөйөм финанслау күләме 2020 йылда 4150,4 миллион һум тәшкил итәсәк.
– Бөгөнгө көнгә ҡарата 59 объект буйынса контракт төҙөлгән, планға индерелгән. Йыл аҙағына тиклем контракттар тулыһынса төҙөлөп бөтәсәк, – тине Тимур Мөхәмәтйәнов.
Киләһе йылда юл фонды күләме 19,1 миллиард һум күләмендә күҙаллана, шул иҫәптән 1,8 миллиарды – федераль бюджеттан, 17,3 миллиард һумы республика бюджетынан.
Фото: yandex.com
Читайте нас: