+4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
31 Декабрь 2019, 10:31

Байрамдар имен үтһен

Яңы йылды ҡаршылау осоронда бөтәбеҙ ҙә салют, фейерверктар атып, байрамды сағыу итеп үткәрергә теләйбеҙ. Тик ошо мәлдә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаһағыҙ ине.

1. Салюттар һатып алғанда мотлаҡ рәүештә уның һаҡлау ваҡытын ҡарағыҙ — иҫкергән йәки һыуланған пиротехниканы тоҡандырғанда уның тиҙ генә эшләмәүе ихтимал. Һатып алғас салюттарҙы ҡоро урында һаҡлағыҙ.
2. Фейерверк атыу өсөн иркен һәм тиҙ тоҡаныусы әйберҙәр һәм ҡоролмаларға яҡын булмаған урынды һайлағыҙ. Пиротехниканы өй, һарай, мунса кеүек йорт-ҡаралтыға яҡын урында атмағыҙ, ел-буран булғанда бөтөнләй тоҡандырмағыҙ.
3. Салютты өлкәндәр һәм айыҡ кешеләр генә тоҡандырырға тейеш. Был хәүефле шөғөлдө балаларға тапшырмағыҙ.
4. Фейерверктың инструкцияһын ентекле уҡығыҙ.
5. Тоҡандырған ыңғайы ул эшләмәй торһа, йүгереп янына барып тикшермәгеҙ — салют ҡапыл үҙегеҙгә атып ебәреүе лә бар.
6. Пиротехниканы тышҡа алып сыҡҡанда, ҡул аҫтында утты һүндереү саралары ла булыуы ла мотлаҡ. Ут тоҡанып киткән осраҡта, салютты тиҙ арала һауа инмәҫлек итеп көпләргә кәрәк.
7. Бенгаль уттары ла хәүефһеҙ түгел, уны балаларға тоттормауығыҙ хәйерле.
8. Серпантин атыусы «хлопушка»ларҙы кешегә тоҫҡарға ярамай.
9. Ракетаны осороу алдынан уны ергә нығытырға кәрәк.
10. Күмәк салют һалынған батареяларҙы тирә-яғына таш, кирбес һалып нығытырға йәки яртылаш ҡарға күмергә кәрәк, был уны түңкәрелеп китеүҙән һаҡлаясаҡ.
Яңы йыл осоро хәүефһеҙ һәм имен үтһен. Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең телефон һандары — 112, шылтыратыу бушлай һәм тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә.
Читайте нас: