-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Ғинуар 2020, 10:40

Башҡортостанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән яңы камералар ҡуйыу дауам итә

Яҡын арала тағы 609 комплекс урынлаштырыласаҡ. Улар республиканың 62 районында авария хәүефе ҙур урындарҙа ҡуйыласаҡ.

Әбйәлил, Ауырғазы, Бөрө, Благовещен, Борай, Дәүләкән, Дүртөйлө, Илеш, Туймазы, Учалы, Шишмә, Яңауыл райондарында, Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларында тәүге 150 комплекс ҡуйылды һәм эшләй башланы ла.
Ҡалған 459 комплексты 2020 йылдың 1 майына тиклем сафҡа индереү планлаштырыла.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе Рөстәм Баязитов белдереүенсә, әле Башҡортостанда 540 фото һәм видеотеркәү комплексы эшләй. Улар араһында стационар, күсереп йөрөтмәле һәм мобилдәре бар. Яңы “Скаттар” ҙа ошо иҫәпкә инә. Был заманса, күп функциялы камералар йәйәүлеләр үткәүелендә йәйәүлеләрҙе үткәрмәгән водителдәрҙе теркәй. Әлегә республикала бындай 32 камера ҡуйылған.
Был эштәр “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Республикала уны Транспорт дирекцияһы “Башинформсвязь” компанияһы менән берлектә эшләй.
Юлдарға ҡуйылған камераларҙың маҡсаты бер – авариялар һәм уларҙа һәләк булғандар һанын кәметеү. Был йәһәттән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та үҙ фекерен белдереп, камералар аҡса йыйыу өсөн түгел, ә кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау өсөн ҡуйыла, тине.
Читайте нас: