+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Ғинуар 2020, 11:55

Машина ла төҙөк, гараж да бар

Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та янғын сыға ҡалһа, бер кемде лә, бер нәмәне лә аямай, шуға күрә мөмкин тиклем хәүефһеҙлек сараларын күреү мөһим.

Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та янғын сыға ҡалһа, бер кемде лә, бер нәмәне лә аямай, шуға күрә мөмкин тиклем хәүефһеҙлек сараларын күреү мөһим.

Амангилде ауыл биләмәһе хакимиәте ҡарамағында булған янғын һүндереү машинаһы боҙолғас, уны йүнәтеүҙе 61-се янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре үҙ өҫтөнә ала. Марс Ғәләүетдинов етәкселегендә егеттәр машинаның ремонт талап ителгән двигателен һүтеп, яңынан йыйып, башҡа узелдарын йүнәтеп-көйләп кенә ҡалмай, уны матур итеп яңыртып буяп та ҡуялар. Өҫтәүенә, ремонттан сығыу менән машина үҙе өсөн төҙөлгән махсус гаражға индерелә. Уны Амангилде ауыл биләмәһе хакимиәте район хакимиәте ярҙамы менән төҙөүгә өлгәшә.

Эш шунда: быйыл урындағы мәктәптең автогаражының башын яңыртып ябырға йыйынғанда, уға терәп янғын һағы машинаһы өсөн гараж бинаһының стеналарын тиҙ арала күтәреп, бер ҡыйыҡ аҫтына ябып ҡуялар. Гараждың мәктәп ҡаҙанлығы аша газ менән йылытылыуы бик уңайлы.

Гараж төҙөүгә кәрәкле материалдар һатып алыуға ғына аҡса бүленгән, ҡалған эштәр ғәмәлдә өмә менән атҡарып сығылған. Был эшкә биләмә ауылдарының әүҙем халҡы, шулай уҡ Фуат Абдуллин, подрядсы Рамаҙан Шаһыбалов, депутаттар, мәктәптең техник хеҙмәткәрҙәре ҙур тырышлыҡ һалған. Янғын һүндереү машинаһынан тыш, Үтәгән ауылы-ныҡы һаналған тәгәрмәсле һыу цистернаһы ла ҡышҡыһын ошонда йылыла торасаҡ. Әйтеүҙәренсә, ауылдағы гидранттар төҙөк, улар даими тикшерелә.

Машинаға штатта водитель ҡаралмаған. Шулай ҙа был мәсьәлә лә хәл ителгән тиергә була. Мәктәптең ҡарауылсылары барыһы ла элекке водителдәр, бер-бер хәл булһа, ултырып сығып китә алалар.

— Бөтәһе лә үҙ эштәренә яуаплы ҡараған намыҫлы кешеләр, уларға ышанырға була, — ти был хаҡта ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Марат Фәхрисламов. — Урында янғын һүндереү машинаһының һәр саҡ төҙөк һәм әҙер тороуы мотлаҡ, сөнки янғын сыға ҡалһа, Асҡарҙан «пожарный»ҙар килеп еткәнсе, ул уттың таралыуына юл ҡуймауға булышлыҡ итәсәк.

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: